Килмөхәмәтов Тимерғәли Әбделғәлим улы
ғалим-әҙәбиәт белгесе, яҙыусы һәм тәнҡитсе / From Wikipedia, the free encyclopedia
Килмөхәмәтов Тимерғәли Әбделғәлим улы (19 декабрь 1941 йыл — 2 май 2021 йыл) — башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы. 1970 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992—2013 йылдарҙа журналистика кафедраһы мөдире. 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1992), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001). Зәйнәб Биишева исемендәге премия (2009) һәм Ҡырмыҫҡалы районының Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияһы (2005) лауреаты.
Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Килмөхәмәтов Тимерғәли Әбделғәлим улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 19 декабрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1] |
Тыуған урыны | Үзбәкстан[1] |
Вафат булған көнө | 2 май 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[2] (79 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй[2] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | башҡортса |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы, яҙыусы |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d][1] (1992) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ябырға
Википедияла Килмөхәмәтов фамилиялы башҡа кешеләр тураһында мәҡәләләр бар.