Теркәүес
From Wikipedia, the free encyclopedia
Теркәүес — Һөйләм киҫәктәрен, һөйләмдәрҙе бер-береһенә теркәү өсөн ҡулланылған ярҙамсы һүҙ; һөйләм эсендә һөйләм киҫәктәрен йә ябай һөйләмдәрҙе бер ҡушма һөйләм итеп төҙөүсе ярҙамсы һүҙ төркөмө.
Төҙөлөшө яғынан теркәүестәр ябай һәм ҡушма була.
1. Ябай теркәүестәр: әммә, ләкин, йәғни, шуға, бәлки, тимәк, хатта һәм башҡалар.
2. Ҡушма теркәүестәр: әгәр ҙә, шулай уҡ, шуның өсөн, шуның арҡаһында һәм башҡалар.