Таһиров Афзал Мөхитдин улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Таһиров Афзал Мөхитдин улы (25 октябрь 1890 йыл — 27 сентябрь 1937 йыл) — СССР-ҙың дәүләт, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1928 йылдан ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының партколлегия секретары, 1931 йылдан — Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты, бер үк ваҡытта 1934 йылдан БАССР Яҙыусылар союзы рәйесе, 1936 йылдан Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институты директоры. Хәрәзм Халыҡ Совет Республикаһының Хеҙмәт ордены кавалеры (1923), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған совет әҙәбиәте һәм сәнғәте эшмәкәре (1934). Сәйәси золом ҡорбаны.
Ҡыҫҡа факттар Флаг БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты (БашЦИК), 1931 — 1937 ...
Афзал Мөхитдин улы Таһиров | |||
татар. Афзал Мөхетдин улы Таһиров | |||
| |||
---|---|---|---|
1931 — 1937 | |||
Алдан килеүсе: | Шафиҡов Таймаҫ Шафиҡ улы | ||
Дауамсы: | Ибраһимов Рәхим Кирәй улы | ||
Тыуған: | 25 октябрь 1890({{padleft:1890|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) Ғабдрахман ауылы, Әлмәт улусы, Бөгөлмә өйәҙе, Һамар губернаһы[1] | ||
Үлгән: | 27 сентябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (46 йәш) Мәскәү | ||
Партия: | Советтар Союзы Коммунистар партияһы | ||
Белеме: | Хөсәйениә мәҙрәсәһе |
Ябырға
Википедияла Таһиров фамилиялы башҡа кешеләр тураһында мәҡәләләр бар.