From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәләфилек (ғәр. سلفية о ғәр. سلف — «әүәлгелек»; рус. Салафи́я) — сөнни исламдағы хәрәкәт.
Сәләфилек | |
Һештег | salafism, salifist, salafi, salafiya, salafiyah, salafiyya һәм salafiyyah |
---|---|
Сәләфилек Викимилектә |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ислам тарихының төрлө осорҙарында иртә мосолман йәмәғәтселегенең йәшәү рәүешенә һәм диненә, тәҡүә ата-бабаларға (ғәр. السلف الصالحون — әс-сәләф әс-сәлихун) йүнәлеш тоторға саҡырып сығыш яһаған мосолман дин әһелдәрен берләштерә. Был өлкәләрҙәге һуңғы үҙгәрештәрҙе улар, Ҡөрьәнде символик-аллегорик аңлатыу ысулдарынан башлап, мосолман донъяһына Көнбайыш менән бәйләнештәр аша индерелгән һәр төрлө яңылыҡтарға тиклем «бидғәт» тип атай[1].
Сәләфилек «Динде Пәйғәмбәр һәм уның көрәштәштәре аңлаған рәүештә аңлау», "Шәриғәт положениеларына аңлатма биреүҙә «Ҡөрьән һәм Сөннәткә ҡайтыу» тигәнде аңлата[2][3].
Сәләфиҙәрҙең төп ҡараштары — берҙән-бер Аллаһҡа ышаныу (тәүхид). Сәләфиҙәр исламды, уларҙың фекеренсә, теге йәки был мосолман халыҡтарының мәҙәни, этник йәки башҡа үҙенсәлектәренә нигеҙләнгән ҡушылмаларынан таҙартыу өсөн көрәшеүҙе үҙенең төп бурысы тип иҫәпләй. Улар үҙҙәренең фекеренә тап килмәгән төрлө яңылыҡтарҙы (бидғәт) инҡар итә
Улар «кеше менән Аллаһ араһында аралашсылар» булыу мөмкинлеген кире ҡаға[4]. Рәсәй Федерацияһында Төньяҡ Кавказда таралыу алған суфыйлыҡты[5] тәнҡитләйҙәр. Шулай уҡ сәләфи ағымына тәҡлидте тәнҡитләү ҙә — билдәле бер ислам мәктәбенә йәки ғалимға эйәрергә кәрәклеген инҡар итеү хас. Мосолман бер хоҡуҡи мәктәптәр менән генә сикләнеп ҡалырға тейеш түгел, ә иң көслө дәлил менән нығытылған фекерҙе һайларға тырышырға тейеш, тип иҫәпләнә.
Сәләфиҙәр әүлиәләрҙең ҡәберенә ғибәҙәт ҡылыуҙы тыя, уны улар мәрхүмдәргә табыныу тип ҡабул итә һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тыуған көнөн билдәләүҙе (мәүлит) кәрәкһеҙ, бидғәт һәм ғәйеп ғәмәл тип һанай[6][7]. Мөхәммәт Пәйғәмбәргә йәки башҡа пәйғәмбәрҙәргә һәм әүлиәләргә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү Ширк (күп илаһлылыҡ) тип һанала[8].
Мосолман өммәтенең төрлө сәйәси бүленеше йәки граждандар һуғышы бүленеү, ислам берҙәмлеген боҙоу тип ҡарала. Мосолмандар араһында фекер айырымлыҡтары шелтәле күренеш тип һанала, икенсе пландағы фиҡһ мәсьәләләрендә иһә мөжтәһидтәр араһында фекер айырымлыҡтары килеп сығыуы ихтималлығы инҡар ителмәй. Сәләфиҙәрҙең фекер айырымлыҡтарын хәл итеүҙең төп һәм берҙән-бер ысулы — Ҡөрьәнгә һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәр сөннәтенә «кире ҡайтыу»[8].
Сәләфилек эйәрсендәренең бер өлөшөн ҡайһы берҙә шулай уҡ үәһһәби тип атайҙар , әммә сәләфиҙәр был исемде ғәҙәттә дөрөҫ түгел һәм дерогатив тип иҫәпләй[9].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.