Скифия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Скифия (һ. б.-грек. Σκυθία, лат. Scythia) — антик географияла скифтар атамаһы менән берләшкән халыҡтар төркөмө таралып йәшәгән өлкә (антик сығанаҡтарҙа б.э.т. I мең йыллығында — б. э. I быуатында йәшәгән иран телле күсмә һәм ярым күсмә ҡәбиләләр төркөмөнөң дөйөмләштерелгән атамаһы).
Скифия | |
Нигеҙләү датаһы | Б. э. т. VIII быуат |
---|---|
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Административ үҙәк | Неаполь Скифский[d] |
Тамамланыу датаһы | III быуат |
Скифия Викимилектә |
Тар мәғәнәлә Бөйөк Скифия тип боронғо гректар Төньяҡ ҡара диңгеҙ буйын атаған. Киң мәғәнәлә (бөтә скиф халыҡтарының таралып йәшәүе) Скифияға Түбәнге Дунай буйынан алып Алтай тауҙарына тиклемге дала, урманлы дала һәм Көнсығыш Европа һәм Урта Азия сүллектәре индерелә. Көнсығыш скифтар йыш ҡына сак атамаһы менән телгә алына; һуңғыларға массагеттар ылыҡҡан.
Скифтар нигеҙ һалған дәүләт ҡоролоштары Ҡара диңгеҙ буйы скиф батшалығы һәм уның иң һуңғы вариҫы (Ҡырым Кесе Скифияһы йәки Тавр Скифияһы) үҙ эсенә Добруджалағы Кесе Скифияны; Ассирия-вавилон Ишҡузаһын һәм Кавказ аръяғындағы урарту сығанаҡтарын һәмУрмия күле районын һәм мидия-фарсы батшалығы составындағы уның вариҫы Сакасенаны; Бактрия,Сөғд батшалығы, Арахосия, Гандхар, Кашмир, Пенджаб, Раджастхан һәм Гуджарат территорияһындағы эллин осоро Һинд-скиф батшалыҡтарын индерә.