Саңғы спорты
From Wikipedia, the free encyclopedia
Саңғы спорты — ул төрлө ҡышҡы спорт төрҙәренең йыйылмаһы, был төр ярыштар спортсыларҙың саңғы ҡулланыуы менән билдәләнә.
Саңғы спорты | |
Тасуирлау биттәре | neal.fun/earth-reviews/s… |
---|---|
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 1 434 448 |
Саңғы спорты Викимилектә |
Ул үҙ эсенә төрлө дистанцияға саңғыла уҙышыуҙы, трамплиндан саңғыла һикереүҙе, саңғы ике көрәшлеген (саңғыла уҙышыу һәм саңғы кейеп трамплиндан һикереү), тау саңғыһын һәм башҡаларҙы ала.
Саңғы спорты XVIII быуатта Норвегияла барлыҡҡа килә.
Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһында — ФИС (FIS; 1924 йылда булдырылған) — 60-лап дәүләт ағза булып тора (1991).
Ҡышҡы Олимпия уйындары программаһына саңғы спорты 1924 йылдан башлап индерелә.
Донъя чемпионаттары 1925 йылдан алып (рәсми датаһы — 1937 йыл) ойошторола башлай.
Рәсәйҙә саңғы спортын Рәсәй саңғы спорты төрҙәре ассоциацияһы (RSA — Ski Russian Association) үҫтерә. Ул әлеге көндә ФИС ойошмаһының берҙән-бер рәсми вәкиле булып иҫәпләнә.