From Wikipedia, the free encyclopedia
Мауыҡ — Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағы ҡасаба. Мауыҡ ҡасабаһы Кәҫле районының Мауыҡ ауыл биләмәһенең административ үҙәге булып тора.
Посёлок | |
Маук Мауыҡ | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе |
Мауыҡ |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Посёлок с | |
Халҡы | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
74, 174 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Силәбенән төньяҡ-көнбайышҡа 138 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Мауыҡ ҡасабаһы район үҙәгенән, Кәҫле ҡалаһынан көнбайышҡа 19 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Төньяҡ-көнбайышта 500 метр алыҫлыҡта бәләкәй генә быуа бар[2]. Мауыҡ ҡасабаһы күрше тораҡ пункттар: Үрге Өпәйле ҡалаһы, Вишневогорск ҡасабаһы, Ҡыштым ҡалаһы, Кәҫле ҡалаһы менән шоссе юлдар менән бәйләнгән. Ҡасаба янында йыланташ сығарыу буйынса Мауыҡ карьерҙары урынлашҡан[3].
Башҡорт теленә хәҙер ҡулланылған зәңгәр һүҙе фарсы теленән алынып, ХХ быуатта ғына килеп ингәнсегә тиклем иҫке китапса (ғәрәп теленән алынған) мауи һүҙе ҡулланышта булған. Мауыҡ - мауи+ыҡ, йәғни, зәңгәр йылға тигәнде аңлатҡан булыуы ихтимал [4]
Шул уҡ ваҡытта башҡорт телендә Мауыҡ - күңелдәге көслө тартылыу, теләк мәғәнәһе лә бар[4].
Ҡасаба 1894 йылда төҙөлгән[5]. Шулай уҡ Мауыҡ транспорт инфраструктураһында мөһим пункт булған[6], сөнки Кәҫле һәм Үрге Өпәйле ҡалалары араһында урынлашҡан.
Хәҙер ҡасаба бер нисә пилорам иҫәбенә йәшәй[7]. Ҡасаба янында баҡыр мәғдәне һәм йыланташ сығарыу алып барыла.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.