Маликов Рәмил Фәрүҡ улы
ғалим-физик. Физика-математика фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008), Б / From Wikipedia, the free encyclopedia
Маликов Рәмил Фәрүҡ улы (20 ғинуар 1951 йыл) − ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1998).
Ҡыҫҡа факттар Тыуған көнө, Тыуған урыны ...
Маликов Рәмил Фәрүҡ улы | |
Тыуған көнө | 20 ғинуар 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (73 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | физик |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы |
Ғилми дәрәжә | фән докторы[d] һәм профессор[d] |
Әүҙемлек урыны | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Ябырға
1974 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылдан — Һөнәри белем биреү һәм мәғлүмәт технологиялары институтының Мәғлүмәт технологиялары үҙәге директоры, 2006—2015 йылдарҙа мәғлүмәт һәм полиграфия системалары һәм технологиялары кафедраһы мөдире.