Майя (цивилизация)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Майя — үҙенең яҙмаһы, сәнғәте, архитектураһы, математик һәм астрономик математик системалары аша билдәлелек алған Мезоамерика цивилизацияһы. Уның формалаша башлауы классик дәүерҙән элгәре йылдарға (б. э. т. 2000 й. — б. э. 250 й.) ҡарай, классик осорҙа күпселек майя ҡалалары үҫешенең иң бейек нөктәһенә еткән (б.э. 250—900 йй.). Конкистадорҙар килгән саҡта тәрән хәлһеҙлек кисергән була. Майя, европалылар килгәнсегә тиклем бик күп алдараҡ ташландыҡ хәлгә килгән, таш ҡалалар төҙөгән булған, ҡайһы бер ҡалаларҙа һуңғараҡ та кешеләр йәшәгән әле. Майялар уйлап тапҡан календарҙы Үҙәк Американың башҡа халыҡтары ла ҡулланған. Бөгөнгө көндә өлөшләтә сиселгән иероглифик яҙыуҙар системаһын ҡулланған майялар. Ҡомартҡыларҙа күп һанлы яҙмалар һаҡланған. Игенселектә һөҙөмтәле система булдырғандар, астрономия өлкәһендә тәрән белемгә эйә булғандар.
Майя | |
Нигеҙләү датаһы | 2 б.э.т. мең йыллыҡ |
---|---|
Донъя ҡитғаһы | Үҙәк Америка[d] |
Барлыҡҡа килеү урыны | Юкатан |
Алмаштырылған | Kingdom of New Spain[d] |
Ҡайҙа өйрәнелә | Maya studies[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1521 |
Хеҙмәттәре тупланмаһы | Чикаго сәнғәт институты[d] |
Тема иҡтисады | майялар иҡтисады[d] |
Майя Викимилектә |
Ата-бабаларының телен һаҡлап ҡалған хәҙерге майялар ғына түгел, Мексика, Гватемала, Гондурастың көньяғында йәшәгән испан телле халыҡтың бер өлөшө лә боронғо майя халҡының вариҫтары тип атала. Майяларҙың ҡайһы бер ҡалалары: Мексикалағы Ушмаль, Паленке, Чичен-Ица, Гватемалалағы Тикаль һәм Киригуа, Гондурастағы Копан, Сальвадорҙағы вулкан көлө менән күмелеп ҡалған һәм ҡабаттан ҡаҙып сығарылған кескәй генә Хойя-де-Серен ауылы ЮНЕСКО донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелгән. Был халыҡтың мәҙәниәте тарихын өс периодҡа бүлеү ҡабул ителгән. Беренсе осор (боронғо замандан алып б.э. 317 йылына тиклем) — ҡала-дәүләттәр, примитив игенселек, кизе-мамыҡ туҡыма эшләү һ.б. барлыҡҡа килгән осор. Икенсе осор (317—987) — боронғо батшалыҡ йәки классик осор — ҡалалар үҫеше ваҡыты (Паленке, Чичен-Ица, Тулума) һәм бер үк ваҡытта X быуат башында халыҡтың уларҙы серле рәүештә ташлап китеүе. Өсөнсө осор (987 йыл — XVI быуат) — яңы батшалыҡ, йәки классик осорҙан элгәрге период — европа конкистадорҙарының килеү, яңы закондар, тормоштоң һәм мәҙәниәттең стилен һәм сәнғәтен ҡабул итеү, мәҙәниәттәр буталышы, туған туғанды үлтерешеү һуғыштары һ . б. дәүере.