From Wikipedia, the free encyclopedia
Күндерәк — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Ашҡаҙар йылғаһының һул ярына тамағынан 53 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 63 км.
Күндерәк | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 63 км |
Бассейн | 678 км² |
Һыу ағымы | |
Тамағы | Ашҡаҙар |
· Урынлашыуы | һул ярына тамағынан 53 км өҫтәрәк |
· Координаталар | 53°25′21″ с. ш. 55°08′49″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан Республикаһы |
РДҺР | 10010200512111100018243 |
Стәрлебаш районының Булаш ауылы эргәһендә башлана, шул уҡ район буйлап аға: йүнәлеше үрге ағымында — төньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа табан, Мөхәмәтдәмин ауылы эргәһендә көньяҡ-көнсығышҡа табан борола, Күндерәк ауылы янында йүнәлешен төньяҡ-көнсығышҡа табан үҙгәртә һәм Ашҡаҙар йылғаһына (тамағынан 53 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 63 км, бассейн майҙаны 630 кв.км. Башлыса ҡар һыуы менән туйына. Йылға тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 2,1 куб-с. Рельефы убалы тигеҙлек, һыҙалар һәм йырындар менән ҡатмарланған, үҙәне тар, битләүҙәре текә. Ландшафы йыуылған ҡара тупраҡтағы һоро болондарҙан тора. Йылға бассейнының 25 процентын — урман, 60 процентын һөрөнтө ер биләй. Иң ҙур һул ҡушылдығы — Ҡоро Күндерәк йылғаһы. Исеме ҡондораҡ (ҡыяҡ үлән) һүҙенән алынған тип фаразлана.
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Ағиҙел йылғаһы Салауат ҡалаһынан Стәрлетамаҡҡа тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.