From Wikipedia, the free encyclopedia
Конькиҙа шыуыу — боҙ буйлап (йәки башҡа ошоға оҡшаш ерҙә) коньки ярҙамында шылып йөрөү ул. Конькиҙа шыуыу спорт та, ял да булып иҫәпләнә, шулай уҡ ниндәй ҙә булһа маҡсат менән ойошторолған сәйәхәт тә була ала.
Шыуыу урыны итеп асыҡ йәки ябыҡ ерҙә боҙҙан, полимерҙан эшләнгән махсус әҙерлекле урындар файҙаланыла, шулай уҡ йылға йәки күл ише туңған тәбиғи һыу ятҡылыҡтары ла ҡулланыла.
Оксфорд университеты тикшеренеүҙәренең иң тәүге баһаһы күрһәтеүенсә, конькиҙа шыуыуҙың билдәлелек яулауына 3 меңдән ашыу йыл[1].
Баштараҡ конькиҙарҙың үткер ҡыры сифатында шымартылған һәм үткерләнгән һөйәктәр ҡулланыла, улар аяҡ кейеменең табанына бәйләнеп ҡуйылыр була. Конькиҙың хәрәкәте был осраҡта туп-тура ғына түгел, ә шыуыу менән оҙатылған янтайыулы ла була.
Шыуыуҙың хәҙерге заманса техникаһы сите ныҡ итеп үткерләнгән ҡорос конькиҙар барлыҡҡа килгәс кенә ҡулланыу мөмкинлеге ала. Бындай конькиҙарҙың үткер ҡыры элеккеләре һымаҡ боҙ өҫтөнән генә шыумай, ә боҙҙо киҫеп үтә.
Әлеге көндәргә тиклем үҙгәрешһеҙ ҡала килгән яңы техникаға күсеүҙе голландтар тормошҡа ашыра. Улар хәрәкәт итеүҙең яңы ысулын XIII—XVI быуаттарҙа уҡ асҡан була.
Нидерланд географияһы: ҡыш көнө туңыусы күп һанлы йылғалар һәм каналдар — илдә конькиҙа шыуыуҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә.
XVII быуатта Нидерланд йәштәре конькиҙа уҙышыу буйынса ярыштар ойоштора башлай. Был ярыштарҙан һуң боҙ өҫтөндә йыш ҡына бейеүҙәр башланып китер була. Улар һуңынан хәҙерге спорт төрҙәренә — конькиҙа уҙышыуға һәм фигуралы шыуыуға әүерелә[2].
Нидерландтан конькиҙа шыуыу Көнбайыш Европаға тарала башлай. Һөргөндән әйләнеп ҡайтҡан буласаҡ король Яков II менән бергә күңел асыуҙың һәм спорттың был төрө Бөйөк Британияға барып эләгә.
Конькиҙа шыуыуҙы үҙ итеүселәр клубтарға туплана башлай. Беренсе шундай клуб 1740 йылда (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса — 1642 йылда) Эдинбургта барлыҡҡа килә[3][4][5].
Континенталь Европа конькиҙа шыуыуҙы юғары ҡатламдар өсөн булған күңел асыу сараһы булараҡ ҡабул итә һәм ул юғары кластар өсөн генә ҡаралған, тип иҫәпләй. Изге Рим империяһында конькиҙа шыуыуҙың популяр булып китеүе император Рудольф II исеме менән бәйле. Ә Францияла конькиҙа шыуыуҙың киң таралыш алыуына король Людовик XVI сәбәпсе була.
Ҡытайҙа ла конькиҙа шыуалар, күңел асыу сараһы Сун империяһында танылыу ала һәм Цин империяһында тағы ла популярыраҡ булып китә[6].
Конькиҙа шыуыу Рәсәй империяһы Пётр I осоронда популяр булып китә. Ул беренсе дана конькиҙы Рәсәйгә Европаның төрлө илдәренә сәйәхәт иткәнендә алып ҡайта һәм итектәргә беркетеп ҡуйыу ысулын да уйлап сығара[7].
Билдәле рус шағиры А. С. Пушкин, үҙенең «Көҙ» (1833) тигән шиғырында былай тип яҙа: «Ҡалай күңелле, кейеп үткер тимер аяҡҡа, // Шыуырға тын ҡалған, тигеҙ йылға өҫтөнән!» Был күңел асыу сараһы тураһында ул «Евгений Онегин» романында ла иҫкә алып үтә: «Малайҙар күңелле халыҡ // Конькиҙа шаулап боҙҙо киҫә».
«Конькиҙа фигуралы шыуыу» (1985) дәреслегенә ярашлы, конькиҙа шыуыу Пушкин заманында уҡ рус халҡы өсөн ҡәҙимге күренеш булған. Әлеге китап шуны дәлилләй.
Боҙҙа конькиҙа хәрәкәт итеү коньки материалы молекулалары менән боҙҙоң молекулары берләшеүенең мөмкин булмағанлығынан килеп сыға. Был шыйыҡса өҫтөнән хәрәкәт итеүгә оҡшаш хәрәкәтте барлыҡҡа килтерә.
Боҙҙоң өҫкө ҡатламындағы һыу молекулалары эске кимәлдәге молекуларға ҡарағанда нығыраҡ тирбәлеү мөмкинлегенә эйә. Тышҡы молекулаларҙың хәрәкәт итеү етеҙлеге эскеләренекенә ҡарағанда 100 000 тапҡырға юғары, ә һыуҙың шыйыҡса хәлдәгеһенән ни бары 25 тапҡырға кәмерәк. Һәм был ышҡылыштың күҙәтелгән түбәнәйеүен барлыҡҡа килтерә[8][9][10][11][12].
Әлеге аңлатыу менән бер рәттән, башҡа төрлө аңлатмалар ҙа бар. Тәү баштараҡ юғары баҫым арҡаһында һыуҙың туңыу температураһы кәмей һәм коньки аҫтында шыйыҡ хәлдә ҡала тип раҫлайҙар ине.
Әммә был версия практикала тикшереүҙе үтә алмай: боҙ юғары баҫым булдырыусы конькиҙың үткер ҡыры аҫтында ғына түгел, ә баҫымы күпкә түбән булған бутыйҙың киң табаны аҫтында ла тайғаҡ килеш ҡала. Киләһе версияһы буйынса, конькиҙың йәки табандың боҙға ышҡылыуы боҙҙоң өҫтө йылыныуына һәм уның ирей башлауына килтерә, шунлыҡтан шыйыҡ ҡатлам барлыҡҡа килә лә, ул ышҡылыуҙы кәметә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.