![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/6/67/Kobzar_1911.jpg/640px-Kobzar_1911.jpg&w=640&q=50)
Кобзарь (шиғырҙар китабы)
From Wikipedia, the free encyclopedia
«Кобзарь» (хәҙерге орфографияла укр. Кобзар; Шевченко Кобзарь — үҙе тере ваҡыттағы баҫмалар орфографияһында) — Тарас Шевченконың шиғри әҫәрҙәре йыйынтығы.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/6/67/Kobzar_1911.jpg/320px-Kobzar_1911.jpg)
Беренсе тапҡыр «Кобзарь» 1840 йылда Петербургта Евгений Гребенка ярҙамында нәшер ителә. Йыйынтыҡҡа һигеҙ әҫәр: «Перебедня», «Катерина», «Тополь», «Мысль» («Зачем мне черные брови»), «К Основьяненко», «Иван Пидкова», «Тарасова ночь» һәм «Думы мои, думы мои, горе мне с вами» инә. Улар йыйынтыҡ өсөн махсус яҙыла" һәмбыл баҫмаға ғына түгел, Тарас Шевченконың барлыҡ ижадына эпиграф булып тора.
Йыйынтыҡ донъя күргәндән һуң Тарас Шевченконың үҙен кобзарь тип атап йөрөтә башлайҙар. Хатта Тарас Шевченко үҙе лә ҡайһы бер повестарына «Кобзарь Дармограй» тигән имза һала.