Учредителдәр йыйылышы ағзалары комитеты
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты (ҡыҫҡаса Комуч йәки КОМУЧ) Рәсәйҙең беренсе большевиктарға ҡаршы Бөтә Рәсәй хөкүмәте[1], 1918 йылдың 8 июнендә Һамарҙа 1918 йылдың 6 ғинуарындағы ВЦИК декретына ярашлы Йыйылышты юҡҡа сығарыу менән риза булмаған Ойоштороу йыйылышы ағзалары тарафынан булдырылған[2].
Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты | |
---|---|
Комуч беренсе составында — И. М. Брушвит, П. Д. Климушкин, Б. К. Фортунатов, В. К. Вольский (рәйес) һәм И. П. Нестеров | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
Ил | Рәсәй |
Нигеҙләнгән | 8 июнь 1918 йыл |
Рәсәйҙең Ваҡытлы хөкүмәте | |
Бөтөрөлгән | 23 сентябрь 1918 йыл |
Дауамсы | Рәсәй дәүләте (1918—1920)) |
Рәйес | В. К. Вольский (беренсе һәм аҙаҡҡы) |
Ойоштороу йыйылышының эшмәкәрлеген яңыртыуға Чехословак корпусының большевиктарға ҡаршы сығышы сәбәпсе була. Артабан (23 сентябрҙә) Комуч Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтен («Өфө директорияһы») ойоштороуҙа ҡатнаша, ә ноябрь — декабрҙә власты Юғары Хаким А. В. Колчак ҡулына тапшырған хәрби түңкәрелеш һөҙөмтәһендә уның структуралары тулыһынса юҡ ителә. Ысынында Комуч власы Волга буйы һәм Көньяҡ Урал территорияларының айырым өлөштөренә генә йәйелгән була.