From Wikipedia, the free encyclopedia
Иркутск өлкәһе (Байкал буйы, Ангара буйы) — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Себер федераль округы составына инә. Административ үҙәк — Иркутск ҡалаһы.
Рәсәй Федерацияһы субъекты | |||||
Иркутск өлкәһе | |||||
| |||||
Административ үҙәк |
Иркутск | ||||
5-се | |||||
- Барлығы |
774 846 км² | ||||
- Барлығы |
↘2 412 800[1] (2016) 3.11 кеше/км² | ||||
ТТП |
19-сы | ||||
- Барлығы (ағым. хаҡ.) |
539,2[2] млрд. һум (2010) 182,2 мең һум | ||||
Федераль округ |
Себер | ||||
Иҡтисади район |
Көнсығыш Себер | ||||
Губернатор |
Ерощенко Сергей Владимирович (2015 йылдан алып вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы) | ||||
Беренсе урынбаҫар |
Виктор Игнатенко, Николай Слободчиков | ||||
Ҡанундар сығарыу йыйылышы рәйесе |
Брилка Сергей Фатеевич | ||||
38 | |||||
RU-IRK | |||||
Сәғәт бүлкәте |
IRKT[d] һәм Азия/Иркутск[d][3] |
Майҙаны — 774 846 км² (4.53 % территории России). Халҡы — 2 412 800 кеше (2016).
Иркутск өлкәһе көнбайышта Красноярск крайы, төньяҡ-көнсығышта Саха Республикаһы, көнсығышта Байкал аръяғы крайы, көнсығышта һәм көньяҡта Бүрәт Республикаһы, көньяҡ-көнбайышта Тыва Республикаһы менән сиктәш.
1937 йылдың 26 сентябрендә Көнсығыш Себер өлкәһен Иркутск һәм Чита өлкәләренә бүлеү менән барлыҡҡа килә.
2005 йылдың 11 октябрендә Иркутск өлкәһе һәм Усть-Ордынск Бүрәт автономиялы округы парламенттары яңы субъект барлыҡҡа килеүе тураһында РФ президентына мөрәжәғәт ҡабул итәләр. Был берләшеүгә төрлө ҡараш була. 2006 йылдың яҙында Монголдарҙың бөтә донъя ассоциацияһы президенты Дашийн Бямбасурэн берләшеү планына ҡаршы булыуын һәм бүрәт-монгол халҡының милли дәүләтселегенә хоҡуғын һанға һуҡмауына РФ президенты Владимир Путинға протест белдерә[4][5]. 2006 йылдың 16 апрелендә берләшеү буйынса референдум уҙа, уның һөҙөмтәләре буйынса Усть-Ордынск Бүрәт автономиялы округы 2008 йылдың 1 ғинуарында Иркутск өлкәһе составына инә.
Росстат мәғлүмәттәре буйынса өлкәнең халыҡ иҫәбе 2 412 800[1] кеше (2016). Халыҡ тығыҙлығы — 3.11 кеше/км2 (2016).
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса өлкәнең милли составы: 88 % урыҫтар, 3,2 % бүрәттәр, 1,27 % украиндар, 0,94 % татарҙар, 0,33 % белорустар, 0,27 % әрмәндәр, 0,22 % әзербайжандар. Шулай уҡ өлкәлә сахалар, тывалар, эвенкылар, тофалар, хакастар һәм башҡалар йәшәй.
Иркутск өлкәһендә 1989 йылда — 3893, 2002 йылда — 2451 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[6], 2010 йылда — 1637 бар[7]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.