![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/0/0f/Syllable.svg/langba-640px-Syllable.svg.png&w=640&q=50)
Ижек
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ижек — һүҙҙең бер тын менән әйтелә торған быуыны. Һүҙ ижектәргә бүленә. Һүҙҙә нисә һуҙынҡы өн булһа, шул тиклем ижек була. Һүҙ бер нисә ижектән торорға мөмкин. Ижектә бер һәм бер нисә өн була ала: хат, у-лар, ҡа-ла, ба-ла-лар-ҙы-ҡы. Ижек иң бәләкәй фонетик-фонологик берәмек булып тора, уға составындағы өндәрҙең акустик-артикуляцион бергәлеге хас. Ижек мәғәнә белдермәй. Ул тик әйтелеш берәмеге булып тора. Тел тураһындғы фән күҙлегенән ижек төшөнсәһенә билдәләмә ике ҡараштан сығып бирелә. Яһалыу йәһәтенән, йәки физиологик яҡтан, ижек өн йә өндәр йыйылмаһы тип һанала, уларҙы әйткәндә кешенең телмәр аппараты өҙмәй генә тынды бер тапҡыр этеп сығара. Үҙ сиратында, акустика йәһәтенән, йәғни ишетелеү яғынан, ижекте бер өндөң эргәләгеләргә ҡарарғанда көслөрәк яңғырауынан торған телмәр киҫәге тип ҡарарға була.