Заказник

From Wikipedia, the free encyclopedia

Заказник — дәүләт ҡарамағындағы махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре категорияһы.

Заказник тәбиғәт комплекстарын йәки уларҙың компоненттарын һаҡлау йәки тергеҙеү, экологик балансты тотоу маҡсатында, хужалыҡ эшмәкәрлеген алып барыу даими йәки ваҡытлыса тыйыла. Заказник терреторияһында һунар итеү, балыҡ тотоу, ер һөрөү, минераль ашламалар ҡулланыу, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу һ.б. тыйыла йәки сикләнә. Һаҡланған объектҡа ҡарап, биологик (ботаник, зоол.), ландшафт (комплекслы), геологик, гидрологик һ.б. заказниктар айырыла.

Башҡортостанда дөйөм майҙаны 383,2 мең га (2012) булған 29, шул иҫәптән 9 ботаник, 17 зоологик, 3 ландшафт, заказник ойошторолған. Башҡортостанда тәүге заказник булып «Шөңгәккүл заказнигы» (1952) һанала. “Өҫән-Ивановка заказнигы” һ.б. ботаник заказниктар генофондты, ҡиммәтле фитоценоздарҙы һаҡлау һәм үҫемлектәрҙе, шул иҫәптән дарыу үҫемлектәрен, үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен, маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу өсөн булдырылған. «Алтын Солоҡ», «Көнгәк заказнигы», «Наҡаҫбаш заказнигы» һ.б. зоолгик заказник хайуандарҙың һунар-промысла популяцияларын һәм һирәк төрҙәрен һаҡлау һәм тергеҙеү өсөн ойошторолған. «Первомайск заказнигы», «Уралтау заказнигы» һ.б. ландшафт заказник тәбиғәт комплекстарын һаҡлау һәм тергеҙеү маҡсатында булдырылған.

Заказник // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. ISBN 978-5-88185-143-9.

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.