Егәҙе (йылға)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Егәҙе (башҡ. Егәҙе) — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә аға Йылға тамағы Еҙем йылғаһының һул яры буйлап 183 км өҫтәрәк. Йылға оҙонлоғо 41 км, һыу йыйыу бассейны майҙаны, 438 км². Тамағынан 25 км алыҫлыҡта, йылғаның уң ярынан өҫтәрәк Сей Әтәләмйылғаһы ҡушыла.
Егәҙе Еҙем йылғаһының үрге ағымында төп ҡушылдығы булып тора һәм уға тамағынан 183 км алыҫлыҡта йә үрге сығанағынан 25 саҡрым алыҫлыҡта һулдан ҡушыла. Ҡайһы берҙә уны тағы Ҙур Еҙем тип тә атайҙар. Шул уҡ ваҡытта ҡушылған ерҙә Егәҙенең дебеты Еҙемдән ҙурыраҡ булғанлыҡтан, Еҙемдәең үҙен Кесе тип атайҙар.