From Wikipedia, the free encyclopedia
Дилмөхәмәтов Ишмулла Ишҡәле улы (15 сентябрь 1928 йыл — 19 октябрь 1984 йыл) — башҡорт актёры, атаҡлы ҡурайсы, йырсы һәм композитор. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1975), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1973) артисы.
Ишмулла Дилмөхәмәтов Дилмөхәмәтов Ишмулла Ишҡәле улы | ||||
Тыуған | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Йылайыр районы Иҫке Яҡуп ауылы | |||
Үлгән |
19 октябрь 1984 (56 йәш) | |||
Үлгән урыны | ||||
Ил | ||||
Инструменттар | ||||
Наградалар |
| |||
Ишмулла Дилмөхәмәтовтың үҙенсәлекле артист һәм ҡурайсы-башҡарыусы булып үҫешеүендә драма театрында эшләүе ҙур роль уйнай. 60-сы йылдарҙа ул башҡорт эстрадаһының алдынғы артистарының береһе, бик маһир ҡурайсы, талантлы йырсы-импровизатор, башҡорт фольклорының белгесе була.
Уның ижады менән ҡурайҙа элекке оҫталарҙың уйнауына хас булған өзләү ҡушып уйнауҙың тергеҙелеүе бәйле. И. Дилмөхәмәтовтың репертуарына күп башҡорт халыҡ вокаль һәм иструменталь көйҙәре инә: «Урал», «Буранбай», «Ғилмияза», «Зөлхизә», «Таштуғай», «Сыңрау торна», «Хәтирә» һ. б.
Дилмөхәмәтов либреттоһына Заһир Исмәғилев «Урал илселәре», «Аҡмулла», «Ҡаһым түрә» операларын яҙа. Рәсәй делегацияһы составында башҡорт сәнғәтен Францияла, Италияла, Швецияла, Швейцарияла, Германияла, Польшала, Венгрияла, Афғанстанда, Пакистанда, Бирмала, Иранда, Японияла тамашасыларға еткерә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.