From Wikipedia, the free encyclopedia
Голдобин Сергей Анатольевич (22 сентябрь 1954 йыл — 21 ғинуар 2011 йыл) — архитектор. 1990—2011 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. 1985 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының почётлы (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (1992) архитекторы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2000).
Голдобин Сергей Анатольевич |
Сергей Анатольевич Голдобин 1954 йылдың 22 сентябрендә Горький ҡалаһында (хәҙер Түбәнге Новгород) тыуған.
1976 йылда В. П. Чкалов исемендәге Горький инженерлыҡ-төҙөлөш институтын тамамлай.
«Башкиргражданпроект» институтының 5-се оҫтаханаһы архитекторы, 1981 йылдан алып архитектура төркөмө етәксеһе, 1979 йылдан — төп, 1984 йылдан — баш архитекторы.
1989 йылдан — «Архпроект» ЯАЙ-нда проекттарҙың баш архитекторы, 1990 йылдан — оҫтахана начальнигы, 2008—2010 йылдарҙа — генераль директор, бер үк ваҡытта 1990 йылдан башлап [Өфө дәүләт нефть техник университеты]]нда (ӨДНТУ) уҡыта.
Башҡортостанда беренсе булып йыш урынлашҡан һәм бейеклеге сикләнгән төҙөлөш проекттарын эшләй. 50-нән ашыу проект, шул иҫәптән Сәнғәт училищеһы ятағы, спорт һәм концерт залдары (1983), «Башсбербанк» ААЙ-ның сауҙа комплексы (1994), «Үҙәк баҙар» сауҙа-сервис комплексы (2002), «Башкирэнерго» ААЙ-ның адм. корпусы (2001), Президент Хакимиәтенең һөйләшеүҙәр залы интерьеры (1995; икеһе лә — авторҙашлыҡта) проекттары авторы. Күмертау, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Өфө (1980-се йылдар уртаһынан) ҡалаларында микрорайондар төҙөү; Үрге Сауҙа майҙанын һәм Каруанһарай бинаһын, Якутов И. С. исемендәге паркты, Галле округы урамын, ВДНХ комплексын (бөтәһе лә — Өфө) һәм башҡалар үҙгәртеп төҙөү проекттарына, шулай уҡ Германия ерендә авиаһәләкәттә һәләк булған Башҡортостан балаларына һәйкәл проектына етәкселек итә.
Уҡыусылары араһында — А. В. Давыденко.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.