From Wikipedia, the free encyclopedia
Вәхитов Әнүр Хисмәт улы (20 декабрь 1932 йыл — 24 декабрь 1984 йыл) — әҙәбиәт белгесе һәм яҙыусы, филология фәндәре кандидаты (1965). СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1965). Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты.
Әнүр Вәхитов | |
Исеме: |
Вәхитов Әнүр Хисмәт улы |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы, Ғафури районы, Туғай ауылы |
Вафат булған көнө: |
24 декабрь 1984 (52 йәш) |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы |
Дебют: |
«Салауат күпере» (1963) |
Әнүр Хисмәт улы Вәхитов 1932 йылдың 20 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Туғай ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Атаһынан етем ҡалғас, тормош йөгөнә иртә егелергә тура килә уға. Һуғыш осороноң ауырлыҡтарына ҡарамай, буласаҡ яҙыусы уҡыуын дауам итә һәм 1951 йылда Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлай. Унан Толпар ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыта. Бер йыл Өфөләге «Октябрь натискыһы» типографияһында корректор булып эшләй. 1953 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә.
1962—1964 йылдарҙа Әнүр Вәхитов СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында аспирантурала уҡый. 1965 йылда «Хәҙерге башҡорт романы» тигән темаға диссертация яҡлай — филология фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжә ала. Әнүр Вахитов ваҡытлы матбуғат биттәрендә лә йыш сығыш яһаны, йәмәғәт тормошонда ла актив ҡатнашты — байтаҡ йылдар Башҡортостан Яҙыусылар союзының проза секцияһына етәкселек итте, «Ағиҙел» журналының редколлегия ағзаһы булды.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.