Википедия:Хакимдар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Википедиялағы хаким — ҡатнашыусылар тарафынан һайланып, бей тарафынан тәғәйенләнгән ҡатнашыусы. Хаким статуслы ҡатнашыусыларға түбәндәге исемлектә күрһәтелгән ғәмәлдәрҙе үтәү рөхсәт ителә. Исемлектәге ғәмәлдәр «хаким бурыстары» тип тә атала. Хакимдар был өҫтәмә бурыстарҙы ирекмән булараҡ үҙаллы ҡабул итә һәм үтәй. Уларҙан ғәмәлдәрҙе мотлаҡ үтәү талап ителмәй. Башҡа төрлө ғәмәлдәр хаким бурыстары тип иҫәпләнмәй. Хаким статусын Викимедианың система хакимдары (сисадмин) йәки ирекмәндәр берләшмәһенең етәксеһе статусы менән бутарға ярамай.
ЭЙ:Х |
Википедия эшмәкәрлегендә хакимдарҙың башҡаларҙан өҫтөнлөге юҡ. Хаким бурыстарын үтәгәндә башҡа ҡатнашыусылар ҡабул иткән ҡарарҙарҙы ғәмәлгә ашыра, шул уҡ ваҡытта үҙ фекерен башҡаларға көсләп таға алмай. Ғәмәлдәрҙе үтәй алыу хоҡуғы фекер алышыуҙарҙа һәм бәхәстәрҙә өҫтөнлөк бирмәй, уларҙы бәхәс ҡоралы итеп ҡулланырға ярамай.