Википедия:Абруйлы сығанаҡтар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Википедия мәҡәләләре нәшер ителгән абруйлы сығанаҡтарға нигеҙләнергә тейеш. Был биттә «Оригиналь тикшеренеүҙәрҙең юл ҡуйылғыһыҙлығы» һәм «Проверяемость» ҡағиҙәләрендә күрһәтелгән хаталарға юл ҡуймау өсөн абруйлы сығанаҡтар буйынса аңлатма бирелә.
Әгәр Википедияға ниндәй ҙә булһа файҙалы мәғлүмәт индерергә теләһәгеҙ, быны эшләй алаһығыҙ, әммә абруйлы сығанаҡ менән раҫланмаған мәғлүмәттең артабан мәҡәләнән алыныу ихтималлығын аңларға тейешһегеҙ. Һылтанма табыу һәм өҫтәү өсөн яуаплылыҡ мәҡәләгә өҫтәмә индергән кешелә ята, шул уҡ ваҡытта мөмкин һәм маҡсатҡа ярашлы булғанда сығанаҡҡа һылтанманы һәр саҡ күрһәтергә кәрәк.
Был биттә идеаль модель тәҡдим ителә, һәм Википедияның күп мәҡәләләре уға тап килмәй, сөнки мөхәррирҙерҙең ҡайһыһылыр мәҡәлә тексына кәрәкле мәғлүмәтте эҙләү һәм һылтанмалар ҡуйыу өсөн ваҡытын сарыф итмәгән. Әммә был уҡыусыларға мәҡәләнән ҡиммәтле мәғлүмәт алыуға ҡамасауламай, шул уҡ ваҡытта уның мотлаҡ хаҡ дөрөҫ булмауы ла мөмкин.
![]() |
ВП:ВПНЕАИ |
Википедия мәҡәләләре абруйлы сығанаҡтарға нигеҙләнеүгә ҡарамаҫтан, Википедия үҙе абруйлы сығанаҡ була алмай. Сөнки Википедияны (түбәндә яҙылған үҙнәшер кеүек үк) һәр кем мөхәррирләй ала, Википедия үҙе түгел, ә унда ҡулланылған абруйлы мәғлүмәт сығанаҡтары ҡулланылғанлыҡтан абруйлы. Википедия текстарын, шул иҫәптән башҡа тел бүлектәренән дә, яңы мәҡәләләр яҙыу өсөн ҡулланыу мөмки н булғанда ла, мәғлүмәтте раҫлау өсөн Википедияға түгел, ә нимә яҙылғанлығын тикшергәндән һуң, туранан-тура абруйлы сығанаҡҡа һылтанырға кәрәк.
Дөрөҫ булмаған йәки гипотетик мәғлүмәттәр шулай уҡ мәҡәләгә индерелә ала, әммә уны индереүсе мәғлүмәттәрҙең дәлил түгел, ә кемдеңдер фекере булыуын билдәләүе зарур. Уларҙы, мәҫәлән: «Элек был хаҡта, шундай-шундай хаталы ҡараш киң таралған була», «легендаға ярашлы, …» йәки «академик А. А. Иванов фекеренсә, …» тип башларға кәрәк. Әммә бындай фекерҙәрҙе уларҙың киң танылыу алған осраҡта йәки мәҡәлә темаһын һүрәтләгәндә ҡиммәтле булғанда (нескәлектәрен ҡара: ВИКИПЕДИЯ:МАРГ) ғына индерергә мөмкин.