From Wikipedia, the free encyclopedia
Ри́хард Ва́гнер, тулы исеме Вильһельм Рихард Вагнер (нем. Wilhelm Richard Wagner; 22 май 1813 йыл, Лейпциг — 13 февраль 1883 йыл, Венеция) — немец композиторы һәм сәнғәт теоретигы. Операға ҙур үҙгәрештәр, Европа музыка мәҙәниәтенә, бигерәк тә немец сәнғәтенә бик ҙур өлөш индергән шәхес.
Рихард Вагнер Richard Wagner | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Исеме |
нем. Wilhelm Richard Wagner |
Тыуған | |
Тыуған урыны |
Лейпциг, Рейн союзы |
Үлгән |
13 февраль 1883 (69 йәш) |
Үлгән урыны |
Венеция, Италия короллеге |
Һөнәрҙәре |
композитор , дирижёр |
Жанрҙар |
Опера, музыкаль драма |
Автограф | |
Аудио, фото, видео Викимилектә | |
Әҫәрҙәр в Викитеке | |
Вагнерҙың мистицизмы һәм антисемитизмы XX быуаттың немец милләтселегенә йоғонто яһай[1], был Вагнерға ҡаршы хәрәкәт барлыҡҡа килеүгә юл ҡуя[2][3][4].
Вагнер полиция хеҙмәткәре Карл Фридрих Вагнер (1770—1813) ғаиләһендә туғыҙынсы бала булып тыуған. Вагнерҙың олатаһы таможняла хеҙмәт иткән. Вагнерҙың атаһы Рихардҡа 6 ай булғанда үлеп китә, ҡатыны 9 бала менән тороп ҡала [5], ғаилә полицейский пенсияһына йәшәй. Үгәй атаһы, актёр Людвиг Гейерҙың (Ludwig Geyer) йоғонтоһо аҫтында, Изге Николай мәктәбендә (1828—1830)һәм һуңыраҡ Изге Фома мәктәбендә (1830—1831) уҡып йөрөгәндә, 1828 йылдан Кристиан Готлиб Мюллерҙа,унан һуң Изге Фома сиркәүе канторы Теодор Вайнлигта композиция дәрестәре ала.
1831 йылда Лейпциг университетында музыка буйынса уҡый башлай. 1833—1842 йылдарҙа тормошо тотороҡһоҙ була, Вюрцбургта театрҙа хормейстер булып эшләй, бик ауыр көн итә. Магдебургта, шунан Кёнигсбергта һәм Ригала ( музыкаль театрҙар дирижёры), Норвегияла, Лондонда һәм Парижда йәшәй. Парижда яҙған «Фауст» увертюрһы һәм Дрезденда яҙған «Летучий голландец» операһы уның буласаҡ уңышына нигеҙ һала. Бер йылдан ул Саксония Король һарайы капельмейстеры вазифаһына тәғәйенләнә.
1843 йылда уның һеңлеһе Цицилияның улы Рихард тыуа (буласаҡ философ Рихард Авенариус). Вагнер уның ҡыяматлыҡ атаһы була.
1849 йылда Вагнер |Дрездендәге май күтәрелешендә ҡатнаша, М. А. Бакунин менән таныша. Күтәрелеш баҫтырылғас, Цюрихҡа ҡаса, «Нибелунг балдағы» тетралогияһына либретто, уның тәүге ике өлөшөнә музыка («Рейн алтыны» һәм «Валькирия») һәм «Тристан һәм Изольда» операһын яҙа. 1858 йылда Венеция, Люцерн, Вена, Париж һәм Берлинда була.
1864 йылда уға һәр саҡ аҡсалата ярҙам күрһәтеп торған Бавария короле Людвиг II саҡырыуы буйынса Мюнхенгә күсә. Бында композитор «Нюрнберг мейстерзингерҙары» комик операһын, «Нибелунг балдағы» операһының ике өлөшәнә музыка яҙа: «Зигфрид» һәм «Гибель богов». 1872 йылда Байройтта Фестивалдәр йортоның нигеҙенә тәүге таштар һалына. 1876 йылда ул асыла, бында 1876 йылдың 13—17 авгусында «Нибелунг балдағы» тетралогияһының премьераһы була.
1882 йылда Байройтта «Парсифаль» опера-мистерияһы ҡуйыла. Шул уҡ йылда Вагнер һаулығы насарайыу сәбәпле Венецияға китә, оҙаҡламай ул йөрәк өйәнәгәенән вафат була (1883). Рихард Вагнер Байройтта ерләнгән.
Рихард Вагнер әҫәрҙәре | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Произведение | Источник | Создание | Премьера | Окончательная версия | ||||
рус исеме | немец исеме | место | йыл | место | йыл | место | йыл | |
Ранний период | ||||||||
Симфония | Ein Sinfonie | — | Лейпциг | 1832 | — | — | — | — |
Польша (увертюра) | Polen | — | Лейпциг | 1832 | — | — | — | 1836 |
Феи | Die Feen | Карло Гоцци | Лейпциг | 1833–1834 | — | 1888 | — | — |
Запрет любви | Das Liebesverbot | Вильям Шекспир, «Мера за меру» | Лейпциг | 1836 | — | 1836 | — | — |
Риенци, последний из трибунов | Rienzi, der Letzte von Tribunen | Эдвард Булвер-Литтон, одноименный роман | Лейпциг | 1838–1840 | — | 1842 | — | — |
Зрелые произведения | ||||||||
Фауст (увертюра) | Faust | Гёте, «Фауст» | Париж | 1840 | — | — | — | 1855 |
Летучий голландец | Der Fliegende Holländer | народные легенды о Летучем голландце, одноименная новелла Генриха Гейне | Париж | 1841 | — | 1843 | — | — |
Тангейзер | Tannhäuser | соединение разных легенд: о Тангейзере, о состязании певцов в Вартбурге и о Св. Елизавете | Лейпциг | 1843–1845 | Берлин | 1845 | — | — |
Лоэнгрин | Lohengrin | средневековые легенды о Лоэнгрине | Лейпциг | 1845–1848 | Веймар | 1850 | — | — |
Цикл «Кольцо Нибелунга» — Der Ring des Nibelungen (замысел 1848, либретто 1849-52, Цюрих) | ||||||||
1. Предвечерье. Золото Рейна | Das Rheingold | «Старшая Эдда», «Песнь о Нибелунгах», «Сага о Вёльсунгах» | Цюрих | 1852–54 | Байрёйт, Фестшпильхаус | 13-17 август1876 | — | — |
2. Валькирия | Die Walküre | 1852–1856 | — | — | ||||
3. Зигфрид | Siegfried | Мюнхен | 1871 | — | — | |||
4. Гибель богов | Götterdämmerung | 1871–1874 | — | — | ||||
Поздние работы | ||||||||
Тристан и Изольда | Tristan und Isolde | эпическая поэма Готфрида Страсбургского о Тристане и Изольде | Цюрих | 1857–1859 | Мюнхен | 1865 | — | — |
Нюрнбергские мейстерзингеры | Die Meistersinger von Nürnberg | нюрнбергская хроника конца XVII века | Мюнхен | 1868 | Мюнхен | 1868 | — | — |
Парсифаль | Parsifal | средневековая легенда о Парсифале, поэма Вольфрама фон Эшенбаха | Байрёйт | 1882 | Байрёйт | 1882 | — | — |
Внимание! Музыкальные фрагменты в формате Ogg Vorbis
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.