From Wikipedia, the free encyclopedia
Бәрәңге (шулай уҡ картуф, лат. Solanum tuberosum) — күп йыллыҡ, тамырындағы бүлбеләренән (бәрәңгеләренән) үҫә торған культуралы үҫемлек; Эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһендәге эт ҡарағаты ырыуынан күп йыллыҡ бүлбеле үҫемлек; крахмаллы йәшелсә культураһы. Аҙыҡ, мал аҙығы булараҡ һәм техник маҡсаттарҙа үҫтерелә.
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
Бәрәңге, картуф | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Solanum tuberosum L. | ||||||||||||||||
|
Был үҫемлекте Көньяҡ Америка индейҙары бынан ун дурт мең йыл элек уҡ белгәндәр. 1565 йылда уны Испанияға килтерәләр. Һуңыраҡ инглиз моряктары уны Бөйөк Британияға алып ҡайталар. 1740 йыл тирәһендә «икенсе икмәгебеҙ» Германияла, Италияла, Бельгияла, Францияла күренә башлай. Шулай ҙа яңы, ят культура үҙенә юлды тиҙ генә таба алмай әле. Ҡатын-ҡыҙҙар уның сәскәһен биҙәнеү өсөн сәстәренә ҡаҙаған. Күп кенә илдәрҙә уны «шайтан алмаһы» тип тә йөрөткәндәр. Уны үҫтереү гонаһ тип һаналған.
Францияла аптекарь Пармантье "ер алмаһын" үҫтереүгә күп көс һала. 1785 йылдың авгусында Людовик ХVI картуфтың сәскә атҡан һабағынан яһалған гөлләмәне һәм бер кәрзин өлгөргән уңышты бүләк итәләр. Картуфты шул ук көндө бешереп, королдең өҫтәленә ҡуялар. Шул мәлдән инде был ризыҡҡа ҡараш үҙгәрә. Ул табындарҙа ныҡлы урын ала.
Рәсәйҙә картуф үҫтерә башлау Пётр I исеме менән бәйле. Ул Голландияла сағында Рәсәйгә бер тоҡ картуф ебәрә. Әммә ул заманда картуф киң таралмай. 1765 йылда Екатерина II сит илдән картуф һатып алыу һәм Рәсәйҙә таратыу тураһында указ сығара. Рәсәйҙә картуф тиҙ генә таралмай, халыҡ картуфтың алмаһын ашап күпләп ағыулана.
Картуфты үҫтереү өсөн шытып сыҡҡан бүлбеләрҙе, ер температураһы 18—20 градусҡаса йылынғас, ултырталар. Шытҡыларҙан оҙон аҡ тамыр үҫеп сыға, аҡ тамырҙың осонда яңы бүлбеләр барлыҡҡа килә.
Бәрәңге бүлбеһенән 50—80 см бейеклектә 3—6 йәшел йәки миләүшә (антоциан) төҫтәге һабаҡлы ҡыуаҡсыҡ үҫемлек үҫеп сыға. Беренсе япраҡтар үҫеп сыҡҡас, һабаҡ ҡуйынынан ер аҫтында 15—20 см тиклем оҙонлоҡтағы бәбәктәр барлыҡҡа килә, улар, осҡа табан йыуанайып, яңы бүлбеләр хасил итә. Бүлбеләрҙә спираль буйынса урынлашҡан күҙҙәрҙә 3—4 бөрө була. Ғәҙәттә, урта бөрө шытып сыға, ул зарарланған осраҡта ғына башҡалары шытып үҫә башлай. Бәрәңге бүлбеләре йомро, оҙонса һ.б. формала була; эсе аҡ, тышҡы яғы аҡ, һары, ал-ҡыҙғылт, зәңгәрһыу төҫтә. Тамыр системаһы суҡ һымаҡ, сағыштырмаса зәғиф үҫешле.
Бәрәңге вегетатив юл менән, башлыса, бүлбеләрҙән (селекция маҡсатында — орлоҡтан) үрсетелә. Генератив юл менән үрсетелгән бәрәңгенең продуктлылығы кәм була. Үҫемлекте осонан, күҙҙәренән, шытымдан, һабағынан да үрсетергә мөмкин. Бәрәңге бөрөләре тупраҡта 5—8°С йылылыҡ булғанда шыта башлай. Тишелеп сығыу өсөн иң уңай температура — 15—20 °C, фотосинтез, һабаҡ, япраҡ үҫеү, сәскә атыу өсөн — 16—22 °C. Бәрәңге бүлбеләре төнгө температура 10—13 °C булғанда яҡшы үҫә. Юғары температурала (төндә 20 °C һәм унан да юғары булһа) бәрәңгенең йылылыҡ үҙлектәре боҙола. Температура —2 °C-тан түбәнерәк булһа, бәрәңге үҫемлеге ҡырауҙан зарарлана. Бәрәңгенең транспирация (һыуҙы парға әйләндереү) коэффициенты уртаса 400—500. Сәскә атыу осоронда, һабаҡтары иң ныҡ үҫеп, бүлбеләр барлыҡҡа килгән ваҡытта, бәрәңгегә иң күп дым һәм туҡландырыу талап ителә. Бәрәңге уңышы гектарынан 200—250 центнер булғанда, үҫемлек тупраҡтан 100—175 кг азот, 40—50 кг фосфор, 140—230 кг калий ала. Бәрәңге үҫтереү өсөн ҡара тупраҡ, һоро урман тупрағы, кәҫле көл һымаҡ, механик составы буйынса ҡомһол, еңел һәм уртаса балсыҡлы тупраҡ ҡулай һанала.
Селекционерҙар картуфты үҫтереү өсөн картуф алмаһының емешен файҙалана.
Бәрәңге уртаса 76, 3 % һыуҙан һәм 23, 7 % (макс. 36,8 % тиклем) ҡоро матдәнән, шул иҫәптән 17,5 % (макс. 29,4 % тиклем) крахмал, 0,5 % шәкәр, 1—2 % (макс. 4,6 % тиклем) аҡһым, 1 % самаһы минераль матдәнән тора. Бәрәңге — С, В1, В2, В6, РР, К витаминдары һәм каротиноидтар сығанағы.
Хәҙер халыҡ уны «икенсе икмәк» тип йөрөтә. Картуфтан 300-ҙән ашыу төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин.
Аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә бәрәңгенән крахмал, киптерелгән һәм ҡыҙҙырылған бәрәңге (чипсы), бәрәңге боламығы, һыуытылған бәрәңге (гарнир өсөн, биточки, котлет һ.б.), бәрәңге лачауы, саго һ.б. етештерлә. Крахмал — патока һәм спирт етештереү сәнәғәте өсөн сеймал. 17,6 % крахмаллы 1 тонна бәрәңгенән 112 литр спирт, 55 кг шыйыҡ углекислота, 0,39 литр араҡы майы (сивушное масло) йәки 1500 литр барда йәки 170 кг крахмал, 80 кг глюкоза, 65 кг гидрол һ.б. продукттар алырға мөмкин. Бәрәңге спирты — фармацевтика, парфюмерия һәм араҡы-шараб сәнәғәтендә, крахмалы кондитер һәм туҡыу сәнәғәтендә файҙаланыла.
Бәрәңге — мал аҙығы. Органик матдәләрҙең үҙләштерелеүе (83—97 %) буйынса, башҡа тамыр аҙыҡтар кеүек, бәрәңге лә үҫемлек аҙыҡтары араһында алдынғы урындарҙың береһен биләй. Бер майҙан берәмегенән уртаса ғына уңыш алғанда ла, үлән һәм орлоҡ культураларына ҡарағанда бәрәңге туҡлыҡлы матдәләрҙе күберәк бирә. Юғары уңыш бирә торған, киң таралған культура булғас, халыҡ яратып үҫтерә.
Картуфтың иң ҡурҡыныс ҡоротҡостары булып колорадо ҡуңғыҙы һанала. Ул картуфтың йәшел япрағын һәм бәрәңгеһен ашай. Шулай уҡ киң таралған вирус ауырыуы — фитофтороз. Был ваҡытта картуфтың һабағы ҡарайып кибә.
Бәрәңге төрлө ауырыуҙарға бирешеүсән: бәшмәк ауырыуҙары — фитофтороз, макроспориоз, ҡутыр; бактериаль ауырыуҙар — ҡараяҡ, божра һымаҡ серек; вируслы — «тимгелле тап», япраҡтың төрөлөүе һ.б.; бәрәңге бүлбеһендә һәм һабаҡта була торған нематодалы (йомро) селәүсендәр менән зарарлана. Ҡоротҡостарҙан колорадо ҡуңыҙы, ҡаты ҡорт, ялған ҡаты ҡорт, сиңерткә, болон күбәләге, гамма-күбәләк, лайлалы ҡусҡар иң ҡурҡыныслыларҙан һанала.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.