башҡорт совет һәм рәсәй яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре From Wikipedia, the free encyclopedia
Рафиҡов Булат Заһри улы (4 август 1934 йыл — 26 апрель 1998 йыл) — башҡорт совет һәм Рәсәй яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1990), Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1994), БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984).
Булат Рафиҡов | |||
Тыуған көнө: | |||
---|---|---|---|
Тыуған урыны: | |||
Вафат булған көнө: | |||
Вафат булған урыны: |
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы | ||
Гражданлығы: | |||
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы | ||
Жанр: |
проза | ||
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |||
Наградалары: |
| ||
Булат Заһри улы Рафиҡов Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылында 1934 йылдың 4 авгусында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Юлдаш ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 1950—1954 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия училищеһында уҡый.
1954—1959 йылдарҙа ул Башҡорт дәүләт университеты студенты. Вузды тамамлап сыҡҡас, үҙе уҡыған Үрге Юлдаш урта мәктәбенә уҡытыу бүлеге мөдире булып эшкә ҡайта. Бер йылдан Өфөгә «Ленинсы» гәзите редакцияһына эшкә саҡырыла. Бында ул әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире булып 1970 йылға саҡлы эшләй. Журналистика эше уның аҙаҡ «Совет Башҡортостаны» гәзите, «Пионер», «Ағиҙел» журналы редакцияларында дауам итә. Булат Рафиҡов 1980 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары итеп һайлана. 1988—1998 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире. Башҡорт ырыуҙарының Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе була.
Булат Рафиҡовтың әҙәбиәт һәм публицистика өлкәһендәге эшмәкәрлеге журналист булып эшләү йылдарынан башлана. 1965—1970 йылдарҙа «Ленинсы» гәзитендә баҫылған уның шиғырҙары, очерктары һәм фельетондары публицистик пафосы менән айырылып тора.
Булат Рафиҡовтың эпик һәләтлелеге проза жанрҙарында асығыраҡ күренә. Ул «Белорет — Шишмә» тимер юлы төҙөүселәре тормошона арналған «Тауҙарҙа ҡар иртә ята» повесы менән китап уҡыусыларҙың иғтибарын тартырға өлгөрә. «Лоулла», «Йыһан азаматтары» тигән фантастик повестары менән беҙҙең әҙәбиәттә һирәк осраған жанр тармағында ла уңышлы эшләй алыуын иҫбатлай. «Сал ҡылған» романында етмешенсе йылдар башындағы ауыл тормошо яҡтыртыла.
1980-90-сы йылдарҙа Б. Рафиҡов тарихи проза өлкәһендә бик актив эшләй. «Ҡараһаҡал» романы 1990 йылда Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. «Сал ҡылған» романы Булат Рафиҡовтың ҙур эпик жанр өлкәһендәге мөмкинлектәрен асып бирә. «Эйәрләнгән ат» тарихи-фаразында (1993) Б. Рафиҡов С. Юлаевтың, атаһы Юлай Аҙналиндың һәм башҡа пугачевсыларҙың Рогервик ҡәлғәһендә тотҡонлоҡ тормоштарын хикәйәләй, уларҙың рух ныҡлығын тасуирлай.
Башҡа әҫәрҙәре: «Үр елдәре», «Бәләкәй баҡса сәскәһе», «Көнгәк», «Үлсәү йондоҙлоғо», «Тәңреләр һәм төркиҙәр», «Ғәрәп», «Һуҡайлының һуңғы байрамы», «Һуңғы ахмаҡлыҡ», «Замана беҙҙең ҡулда», «Париж башҡорто», «Өйһөҙ ҡалған тауыштар».
1998 йылдың 26 апрелендә яҙыусының йөрәге тибеүҙән туҡтай.
1978 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы була.
Рафиҡов Булат Заһри улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.