From Wikipedia, the free encyclopedia
Аһал-тәкә аты, (рус. Ахалтеки́нская ло́шадь, ахалтеки́нец төркм. Ahal-teke aty), — ул хәҙерге заман Төркмәнстан территорияһында 5000 йылдар элек барлыҡҡа килгән менге ат.
Аһалтәкә аты | |
төркм. turkmen at | |
Масса | 465 ± 0 килограмм[1] |
---|---|
Дәүләт | Төркмәнстан[2] |
Ил | Төркмәнстан[3] |
Йоғонто яһаусы | Turkoman horse[d][4] |
Төҫ | гнедая[d][5], ореховая[d][5][6], buckskin[d][5], вороной[d][5], серая[d][5], паломино[d][7], cremello[d][6] һәм perlino[d][6] |
Статус нематериального культурного наследия | Представительный список нематериального культурного наследия человечества[d][2][8][9] |
Бейеклеге/буйы | 1,52 ± 0,08 метр[1] |
Вики-проект | WikiProject Intangible Cultural Heritage[d] |
Аһалтәкә аты Викимилектә |
Был - бик борондан килгән нәҫел — ғәрәп, саф тоҡомло инглиз аты (ингл. Thoroughbred) барлыҡҡа килеүенә йоғонто яһаған. Ҡоро эҫегә яҡшы яйлашҡан, башҡа климат шарттарына ла тиҙ күнегә [10][11][12]. Рус телле әҙәбиәттә Ахал-текинская, текинская йәки туркменская лошадь тигән атамалар осрай[13][14].
Мунда бейеклеге 156-158, кәүҙәһенең ҡыя оҙонлоғо 158-160, күкрәк ҡоласы 175-176, бәкәл йыуанлығы 18,5–19,5 см. Сабышта иң юғары тиҙлек: 1000 м — 1 мин 5 с, 1600 м — 1 мин 43,6 с, на 2000 м — 2 мин 11,5 с, 2400 м — 2 мин 41,6 с, 4000 м — 4 мин 39,2 с. Төркмәнстан, Ҡаҙағстан, Рәсәй, АҠШ һәм Германияла үрсетәләр.
Тоҡомға атама Аһал оазисында саф килеш һаҡланып ҡалыуы [15], шулай уҡ уны үрсеткән төркмәндәрҙең тәкә ырыуы хөрмәтенә бирелгән[16]. Шулай итеп, «аһал-тәкә» — Аһал оазисында йәшәгән тәкә ырыуы аты булып килеп сыға [12]. Европала тоҡом менән яңынан XX быуатта танышалар, төрлө телдәрҙә тоҡом атамалары ошолай алына: ингл. Akhal-Teke, франц. Akhal-Teke, нидерл. Akhal-Teke, нем. Achal Tekkiner, швед. Achaltekeer и т. д.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.