Ауыл биләмәһе
Рәсәйҙә, шулай уҡ Башҡортостанда муниципаль берәмектәрҙең бер төрө / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ауыл биләмәһе — Рәсәйҙә муниципаль берәмектәрҙең бер төрө, ҡағиҙә булараҡ, дөйөм биләмәгә берләшкән бер нисә тораҡ пункта (ҡасаба, ауыл, станица, утар, ҡышлаҡ һ.б. тораҡ пунктар), уларҙа урындағы үҙидара халыҡтың үҙе тарафынан йәки вәкәләтле һайланма органдар аша ғәмәлгә ашырыла[1]. Ауыл биләмәһе муниципаль район составына инә.
Урындағы үҙидара органдары өсөн урындағы бюджетты формалаштырыу, муниципаль милек менән идара итеү, урындағы власть органдары структураһын үҙ аллы билдәләү, урындағы үҙидараны территориаль ойоштороу, йәмәғәт тәртибен һаҡлау һәм башҡалар конституцион гарантияланған вәкәләттәр булып ҡала[2].