![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/1/1c/Arch_%2528PSF%2529.png/640px-Arch_%2528PSF%2529.png&w=640&q=50)
Арка
From Wikipedia, the free encyclopedia
Арка — стенала (тәҙрәләрҙә, ҡапҡаларҙа, ишектәрҙә) йәки терәктәр араһында дуға рәүешендә эшләнгән уйым йәки архитектур ҡоролма. Күп осраҡта арка стенала тәҙрә, ишек уйымдары өсөн эшләнә. Эсе материал менән тултырылған аркалар ҙа осрай. Бындай аркаларҙың маҡсаты — стенаның ныҡлығын арттырыу, аҫта ятҡан ҡатламға ауырлыҡ әҙерәк төшһөн өсөн эшләнә. Архитекторҙар төҙөлөш материалдарының ныҡлығын иҫәпләй белмәгән ваҡытта уҡ, был архитектура алымы билдәле булған.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/1/18/Valvb%C3%A5ge.png/150px-Valvb%C3%A5ge.png)