Административ үҙәк
административ берәмектең (өлкә, край, автономиялы республика, провинция, штат, департамент һәм башҡалар) рәсми төп ҡалаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Административ үҙәк — беренсе, икенсе йә өсөнсө кимәл административ берәмектең (өлкә, край, автономиялы республика, провинция, штат, департамент һәм башҡалар) рәсми төп ҡалаһы. Административ үҙәктә, ҡағиҙә булараҡ, дәүләт власы һәм урындағы үҙидаралыҡ органдары урынлаша:
- территория башлығының (губернатор, префект, башлыҡ) резиденцияһы;
- территориаль закондар сығарыу органы (урындағы парламент);
- тәғәйен дәүләт министрлыҡтары һәм ведомстволары подразделениеларының идаралыҡтары начальниктары.
Административ үҙәк |
Административ үҙәктең уны башҡа тораҡ пункттар менән бәйләгән инфраструктураһы, идаралыҡ функцияларын башҡарыу өсөн етерлек иҡтисади, мәҙәни һәм кадрҙар потенциалы була. Шунлыҡтан күп илдәрҙә ғәҙәттә төбәктәге иң эре ҡалалар административ үҙәк булып тора. Шул уҡ ваҡытта административ үҙәктең был административ-территориаль берәмеккә инмәүе лә ихтимал. Мәҫәлән, Мәскәү, Санкт-Петербург, Киев һәм Минск улар төп ҡалаһы булған өлкәләргә ҡарамай, ҡала округтары хасил иткән Ырымбур һәм Новосибирск шул исемдәге райондарға инмәй.
Бойондороҡһоҙ суверен дәүләттең рәсми төп ҡалаһы баш ҡала тип атала.