Эспоо
Эспоо, йәки Эспо —Финляндиялағы ҡала һәм муниципалитет, ҙурлығы буйынса илдең икенсе ҡалаһы (2017 йылдың 31 майына ҡарата 276 087 кеше. Эспоо майҙаны 528,03 км² тәшкил итә, шуларҙың 312,29 км² — ҡоро ерҙәр, 17,94 км² эсәр һыуға тура килә, ә ҡалған 197,80 км²— диңгеҙ. Ҡала илдең көньяғында, Балтик диңгеҙенең Фин ҡултығы ярҙарында, Хельсинкинан көнбайыштараҡ, Уусимаа районында урынлашҡан. Үҙ эсенә Хельсинки, Ванта һәм Кауниайненды алған баш ҡала төбәгенә инә.
Read article
Nearby Places
Аалто университеты