Судан
Суда́н, тулы исеме — Судан Республикаһы — Төньяк-көнсығыш Африкала урынлашҡан Африка дәүләте. Төньяҡтан Мысыр, төньяк-көнбайыштан Ливия, көнбайыштан Чад, көньяк-көнбайышта Үҙәк Африка Республикаһы һәм Конго Демократик Республикаһы, көньяҡтан һәм көньяҡ-көнсығыштан Уганда һәм Кения, көнсығыштан Эритрея һәм Эфиопия менән сиктәш. Төньяк-көнсығыш яҡтан ярҙары Ҡыҙыл диңгеҙ һыуҙары менән йыуыла.
Read article