Селус
Селус — Танзанияла һәм бөтә Африкала иң ҙур һаҡланған территория, резерват статусын йөрөтә. Майҙаны 54 600 км², был ил территорияһының яҡынса 5 процентын тәшкил итә, шуларҙың 5 120 000 га резерваттың территорияһы, ҡалған территория — административ яҡтан уның составына ингән Удзунгва-Маунтис һәм Микуми милли парктары. Танзанияның көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Дар-әс-Сәләм ҡалаһынан 219 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Паркта Руфиджи йылғаһы аға. Саваннаның типик йәнлектәре йәшәй: филдәр, бегемоттар, жирафтар, арыҫландар, леопардтар, крокодилдар һәм башҡалар.
Read article