Map Graph

Рәсәй Банкы

Рәсәй Федерацияһының Үҙәк банкы, Рәсәйҙең айырым асыҡ-хоҡуҡи институты, беренсе кимәлдәге баш банк

Рәсәй Федерацияһының Үҙәк банкы , Рәсәйҙең айырым асыҡ-хоҡуҡи институты, беренсе кимәлдәге баш банк. Илдең баш эмиссия һәм аҡса-кредит көйләүсеһе; Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте менән килешеп, берҙәм дәүләт аҡса-кредит сәйәсәтен эшләй һәм тормошҡа ашыра; уға айырым вәкәләттәр йөкмәтелгән, атап әйткәндә, аҡса знактарын эмиссиялау һәм банктар эшмәкәрлеген көйләү хоҡуғына эйә. Илдең бөтә кредит системаһын төп координациялау һәм көйләү органы ролен башҡарған Рәсәй Банкы иҡтисади идарлыҡ органы булып тора. Рәсәй Банкы кредит ойошмаларының эшмәкәрлегенә контроллек итә, уларға банк операциялары башҡарыуға лицензия бирә йә уны кире ҡайтарып ала, ә кредит ойошмалары үҙ сиратында башҡа юридик һәм физик шәхестәр менән эшләй, шул уҡ ваҡытта Рәсәй Банкы ла юридик шәхес булып тора.

Read article
Файл:CBRF.pngФайл:CBRF_logo.svgФайл:Moscow_RussiaCentralBank_M00.jpgФайл:RUSMARKA-1960-62.jpgФайл:Stamp-russia2010-bank-of-russia.pngФайл:ZVR_Russia.png