Лонг-Бич
Лонг-Бич — АҠШ-та Калифорниялағы ҡала. Лос-Анджелес окрунының көньяҡ өлөшөндә, Тымыҡ океандың яры буйында урынлашҡан, Лос-Анджелестың эшлекле үҙәгенән 30 км алыҫлыҡта ята. Көньяҡтан Лонг-Бич Ориндж округы менән сиктәш. Халҡы һаны буйынса АҠШ-та 38-се урында. Калифорнияла 6-сы урында, Лос-Анджелес округында 2-се урында тора. 2009 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ҡала халҡы 492 682 кеше тәшкил иткән. Сигнал-Хилл ҡалаһын тулыһынса Лонг-Бич ҡалаһы уратып алған.
Read article