Афина
Афина — Грецияның, Аттика номының һәм Афина номархияһының (префектураһының) баш ҡалаһы. Үҙәк Грецияла урынлашҡан, ул- илдең иҡтисади, мәҙәни һәм административ үҙәге. Ҡурсалаусыһы булған Афина алиһәһе хөрмәтенә аталған тип иҫәпләнә. Афина бик бай тарихҡа эйә; классик осорҙа ҡала-дәүләт, үҙ үҫешенең иң юғары дәрәжәһенә еткән. Бының менән ул унан һуңғы Европа мәҙәниәте үҫешенең күп тенденцияларын билдәләгән. Был ҡала менән Европала философияға нигеҙ һалған Сократ, Платон һәм Аристотель кеүек философ, драма жанрына нигеҙ һалған Эсхил, Софокл һәм Еврипид кеүек трагиктар исеме бәйле. Боронғо Афинаның сәйәси ҡоролошо демократия булған.
Read article