украин эстрада йырсыһы һәм композиторы From Wikipedia, the free encyclopedia
Николай Александрович Янченко (укр. Микола Олександрович Янченко; 1959, Винница өлкәһе Канава а.) — украин эстрада йырсыһы һәм композиторы, Украинаның халыҡ (2016) һәм атҡаҙанған артисы (2007).
Янченко Николай Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Украина |
Тыуған көнө | 1959 |
Тыуған урыны | Тыврив районы, Винница өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | композитор |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Янченко Николай Александрович Викимилектә |
Николай Александрович Янченко 1959 йылда Винница өлкәһе Тывров районы Канава ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс һәм урта белемде Канава, Колюхов, Сутисок уҡыу йорттарында ала. Тульчин мәҙәниәт-ағартыу училищеһын тамамлағас, драма коллективы режиссёры специальносын ала. 20 йылдан ашыу Винница өлкәһе Черневцы районы Моевка ауылында мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе булып эшләй. Ижади йәштәрҙең кураторы була һәм төрлө художестволы проекттар һәм музыкаль коллективтар ойоштороуҙы рухландыра, атап әйткәндә, «Любимая, любимый» вокаль дуэты шулай барлыҡҡа килә. Винница өлкә советының бер нисә саҡырылыш депутаты. Өлкә советының мәҙәниәт, рухи һәм тарихи мираҫ буйынса даими комиссияһы ағзаһы.
Украинаның бәләкәй ауылдарын һаҡлау өсөн сығыш яһай. 2008 йылдың 2 авгусында Канавала Илья пәйғәмбәр көнөндә йыл һайын үткәрелә торған «Мамина піч» («Әсәй мейесе») тигән этно-йыр фестивален ойоштора, йыл һайын уны үҙе алып бара, унда йыл да меңәрләгән тамашасы һәм билдәле ижади коллективтар һәм йырсылар йыйыла, классик украин йыр репертуарын башҡарыусы Украина халыҡ артисы Николай Свидюктан башлап үҙ төркөмө «Strong Time» менән рок вокалисы Александр Онофрийчукҡа тиклем төрлө жанрҙа һәм йүнәлештә сығыш яһаусылар ҡатнаша.
Винница ҡалаһында йәшәй.
Әүҙем йырлау һәм композиторлыҡ эшмәкәрлеген 1993 йылда башлай. Тәүге йыр йыйынтығы — «Моївське весілля». Бөтәһе 100-ҙән ашыу йыр яҙған, улар араһында «Наливай, кума», «Дай Бог», «Перелаз» тигәндәре айырыуса популяр булып киткән. Аудиоальбодарының күбеһе Винницалағы «Мед» фирмаһы (етәксеһе — В. И. Маринчук) менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә донъя күрә, был фирма Винница ерендә «йәшел туризм»ды үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә.
Музыкаль әҫәрҙәренең төп темаһы — тыуған ергә һөйөү, этник үҙлелекте, украинлыҡтың сығанаҡтарын, изгелек, инаныс, һөйөү, ата-әсәгә хөрмәт кеүек мәңгелек ҡиммәттәрҙе раҫлау.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.