Көньяҡ Африка Республикаһы яҙыусыһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Надин Гордимер (ингл. Nadine Gordimer; 20 ноябрь 1923 йыл, Спрингс, Трансвааль провинцияһы — 13 июль 2014 йыл, Йоханнесбург) — Көньяҡ Африка Республикаһының инглиз телле яҙыусыһы. «Таң ҡалдырғыс эпосы менән кешелеккә бик ҙур файҙа килтергәне өсөн» әҙәбиәт буйынса 1991 йылғы Нобель премияһы лауреаты. Африка милли конгресы ағзаһы һәм апартеид режимына ҡаршы әүҙем көрәшсе.
Надин Гордимер 1923 йылдың 20 ноябрендә Йоханнесбург эргәһендәге Спрингс тигән кескәй генә шахтёр ҡасабаһында йәһүд ғаиләһендә тыуа. Атаһы сәғәт йүнәтеүсе, һуңынан ювелир Айзек-Вольф (Исидор) Гордимер (1887—1962) ун өс йәшендә Рәсәй империяһының Ковен губернаһы (хәҙерге Каунас) Шавель өйәҙе Жагор ҡалаһынан Көньяҡ Африка Союзына иммиграциялай, ә әсәһе Ханна Гордимер (тыумышта Майерс, 1897—1973) алты йәшлек сағында Лондондан күсә[11]. Уның Бетти Аделаида (кейәүгә сыҡҡас Вольф, 1920—2000) тигән апаһы була.
Надинды монастырь эргәһендәге башланғыс мәктәпкә уҡырға бирәләр. Ун йәшендә йөрәк ауырыуы табалар һәм ул өйҙә уҡый башлай[12]. 1939 йылда 16 йәшендә Йоханнесбургта сыҡҡан «Форум» журналы уның «Иртәгә тағы кил» тигән беренсе хикәйәһен баҫа. Мәктәпте тамамлағас, Витватерсранд университетына уҡырға инә, әммә әҙәбиәт менән шөғөлләнеү өсөн унан китә.
1940—50-се йылдарҙа Көньяҡ Африка Республикаһында апартеид нығына, раса дискриминацияһы көсәйә, тән төҫө бер иш булмағандар араһында никах тыйыла. Яҙыусы бала сағында «үҙенең аҡ тәнен» өҫтөнлөк билдәһе итеп күреүен хәтергә төшөрә, һуңыраҡ ҡына ҡабаттан тыуған кеүек үҙгәреш кисерә. Гордимер туранан-тура апартеидҡа ҡаршы сыға алмай, ул үҙ мөхитендәге кешеләрҙе һүрәтләй, йәмғиәттең психологик киҫелешен бирә[13].
Гордимерҙың «Йөҙгә йөҙ» тигән беренсе хикәйәләр йыйынтығы 1949 йылда баҫылып сыға, 1953 йылда «Ялғанлы көндәр» тигән романы донъя күрә, уның йәш героиняһы Хелен яҙыусының үҙе кеүек үк эволюция кисерә.
«Сит халыҡтарҙың ере» романы (1958) — Йоханнесбург йәмғиәтенең 1950-се йылдар уртаһындағы күп планлы картинаһы, ул йәш инглиз журналисы Тоби Ходдтың күргәндәре аша һүрәтләнә.
1964 йылда Гордимер журналист Энтони Сэмпсон менән Нельсон Манделаның уны дәүләткә хыянат итеүҙә ғәйепләгән судтағы «Мин үлемгә әҙер» тигән телмәрен әҙерләүҙә ҡатнаша. Гордимер сит илдә баҫтырыр өсөн суд барышын теркәп бара. Ләкин уларҙың бөтә тырышлыҡтары Манделаны төрмәнән ҡотҡара алмай[14].
«Джулай халҡы» романы (1981) бөтә донъяла билдәлелек ала. Хикәйәләү үҙәгендә — архитектор Смайзл ғаиләһе. Йоханнесбургтан ауылға ҡасҡан ғаилә үҙ хеҙмәтсеһенең өйөндә йәшәй. Гордимер ауыл кешеләре менән аҡ тәнлеләр ғаиләһе араһындағы мөнәсәбәттәрҙе тәрән психологизм менән һүрәтләй, улар араһындағы социаль һәм мәҙәни упҡынды анализлай.
Гордимерҙы әҙәбиәт буйынса Нобель премияһына бер нисә тапҡыр тәҡдим итәләр. Ниһайәт, 1991 йылда Нобель премияһы Надин Гордимерға тапшырыла.
Уның «Әле иң ҡулай ваҡыт» тигән һуңғы романы 2012 йылда баҫыла һәм хәҙерге Көньяҡ Африка Республикаһында апартеидҡа ҡаршы хәрәкәт ветерандарының тормошо тураһында һөйләй. Надин Гордимерҙың романдары, хикәйәләре һәм мәҡәләләре донъяның 40 теленә тәржемә ителгән[15]. Һуңғы йылдарҙа яҙыусы СПИД менән көрәш программаларына ярҙам итә[16].
Надин Гордимер 2014 йылдың 13 июлендә[21] 90 йәшендә[22] Йоханнесбургтағы йортонда балалары Хьюго менән Ориана эргәһендә вафатбула[23].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.