From Wikipedia, the free encyclopedia
Либерали́зм (от лат. liberalis — ирекле (урыҫса свободный) — кеше хоҡуҡтары һәм уның шәхси иркенең ҡаҡшамаҫлығын иғлан иткән фәлсәфәүи һәм ижтимағи-сәйәси ағым (хәрәкәт)[1].
Либерализм | |
Идеялар | |
Ирек | |
Капитализм · Баҙар | |
Кеше хоҡуҡтары | |
Хоҡуҡи дәүләт | |
Ижтимағи килешеү | |
Тигеҙлек · Милләт | |
Плюрализм · Демократия | |
Эске ағымдар | |
Либертарианство | |
Классик либерализм | |
Неолиберализм | |
Социал-либерализм | |
Национал-либерализм | |
Либераль христианлыҡ | |
Ислам либерализмы | |
Либерализм һәр кешенең хоҡуҡ һәм иректәрен юғары ҡиммәт тип иғлан итә һәм уларҙы йәмәғәт һәм иҡтисади тәртиптең хоҡуҡи нигеҙе итеп билдәләй. Был осраҡта дәүләттең һәм сиркәүҙең йәмғиәт тормошона йоғонто яһау мөмкинлектәре конституция менән сикләнә. Һүҙ азатлығы (үҙ фекереңде халыҡ алдында асыҡ итеп әйтә алыу), дин һайлау азатлығы, ғәҙел һәм азат һайлауҙа үҙ вәкилдәреңде ирекле билдәләү хәҙерге заман либерализмында иректең иң мөһимдәре итеп ҡарала. Хосуси милектең, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ иреклегенең тейелгеһеҙлеге иҡтисад йәһәтенән либерализм принциптары итеп ҡарала[2][3][4][5][6]. Хакимдәрҙең теләк-ихтырынан ҡанундың өҫтөнлөгө (верховенство закона) һәм байлығына, социаль хәленә һәм абруйына ҡарамай бөтә граждандарҙың ҡанун алдында тигеҙлеге юридик йәһәттән либерализм принциптары итеп ҡарала[1].
Либерализм күп яҡтан абсолют монархтарҙың һәм католик сиркәү иреархтарының властан артыҡ һәм урынһыҙ файҙаланыуына ҡаршы яуап (реакция) булараҡ тыуған. Либерализм быға тиклем дәүләт теориялары нигеҙҙәре булып йәшәп килгән «монархтарҙың власҡа хоҙайҙан бирелгән хоҡуғы» һәм «хәҡиҡәттең берҙән-бер сығанағы дин» һымаҡ тәғлимәттәрҙе кире ҡаға. Улар урынына либерализм түбәндәгеләрҙе тәҡдим итә[7]:
Либерализмдың хәҙерге ҡайһы бер ағымдары уңышҡа ирешеүҙең тигеҙ мөмкинлектәрен булдырыу, дөйөм белем биреүҙе тәьмин итеү һәм халыҡтың килеме айырымлыҡтарын бөтөрөү өсөн ирекле баҙарҙы дәүләт яғынан көйләүгә тыныс ҡарай. Был ҡараш яҡлылар сәйәси система эшһеҙлек буйынса дәүләт пособиеһы, йортһоҙҙар өсөн приюттар һәм түләүһеҙ (бушлай) һаулыҡ һаҡлау системаһы кеүек социаль дәүләт элементтарын үҙ эсенә алырға тейеш тип һанай. Быларҙы либерализм идеяларына ҡаршы килмәй.
Либерализмға ярашлы, дәүләт власы граждандар мәнфәғәте (благо) өсөн эшләү өсөн генә йәшәй, һәм дәүләттең сәйәси идаралығы бары тик йәмғиәт ризалығы нигеҙендә генә тормошҡа ашырылырға мөмкин. Бөгөнгө көндә либераль демократия ошо либераль принциптарға иң ныҡ тап килгән сәйәси система һанала.
«Либераль» һүҙе лат. liber «ирекле», «азат» (урыҫса «свободный») тип тәржемә ителә[8]. Тит Ливий «Рим тарихы ҡала нигеҙләнгәндән башлап» тигән хеҙмәтендә плебей һәм патриций синыфтары араһындағы азатлыҡ өсөн көрәште һүрәтләй. Марк Аврелий үҙенең "Рассуждения"ларында «барыһы өсөн дә бер тигеҙ ҡануны булған, барыһының да тигеҙлеге һәм һөйләүгә тигеҙ хоҡуғы танылған дәүләт, шулай уҡ иң тәүҙә подданыйҙарының азатлығын (иркен) почитать иткән единодержавие» хаҡында яҙа. Итальян Возрождениеһы осоронда был көрәш ирекле ҡала-дәүләттәр яҡлылар менән Рим Папаһы яҡлылар араһында тоҡана. Никколо Макиавелли "Тит Ливийҙың беренсе декадаһы тураһында уйланыуҙар"ында («Рассуждения о первой декаде Тита Ливия») идара итеүҙең республика формаһы принциптарын һүрәтләй. Англияла Джон Локк һәм француз Просвещения мыслители азатлыҡ өсөн көрәште кеше хоҡуҡтары төшөнсәһе менән берләштергән.
«Либерализм» һүҙе урыҫ теленә XVIII быуат аҙағында француз телендәге (франц. libéralisme) аша ингән һәм «вольнодумство» тигәнде аңлатҡан. «Артыҡ түҙемлек» («излишняя терпимость»), " " «вредная снисходительность», " « попустительство» тигән һүҙ бәйләнештәрҙә был атаманың кире (негатив) мәғәнә оттеногы әле лә һаҡланып килә («Новый словарь русского языка» под ред. Т. Ф. Ефремова). Инглиз телендә лә liberalism һүҙе тәүҙәрәк негатив оттенокка эйә булып, аҙаҡтан уны юғалтҡан.
Америкалағы бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғыш либераль дәүләт идеялары — иң мөһиме: хөкүмәт дәүләт менән идара ителеүселәрҙең ризалығы менән идара итә — нигеҙендә конституция төҙөгән беренсе милләтте барлыҡҡа килтерә. Бөйөк француз революцияһы барышында француз буржуазияһы ла либераль принциптар нигеҙендә хөкүмәт төҙөргә маташа. Испанияның 1812 йылғы конституцияһы авторҙары, испан абсолютизмына оппозицияла тороусылар сәйәси хәрәкәт яҡлыларҙы билдәләү өсөн, моғайын, беренсе булып «либерал» һүҙен ҡулланғандыр. XVIII быуат аҙағынан башлап либерализм ғәмәлдә Европаның барлыҡ алдынғы илдәрендә лә төп идеологияға әйләнә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.