From Wikipedia, the free encyclopedia
Васильевка — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.
Деревня | |
Васильевка | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Ҡала округы | |
Координаталар | |
Бейеклеге |
192 м |
Халҡы | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Ауыл Ырымбур өлкәһенең үҙәк өлөшөнөң көнсығыш тарафында, Һаҡмар йылғаһының уң яҡ ярында, райондың административ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан туранан яҡынса 11 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Элек ауыл советы үҙәге булған Ҡыҙыл Һаҡмар ауылынан алыҫлығы — 10 км. Абсолют бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 192 метр өҫтәрәк[4].
Васильевка климаты Ҡыуандыҡ районына хас — уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[5].
Краснощёково ҡасабаһы, бөтә Ырымбур өлкәһе кеүек үк, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[6]. |
[7].
Ырымбур өлкәһенең 2015 йылдың 6 мартындағы 3029 / 834-V һанлы Законына ярашлы Ҡыуандыҡ районы муниципаль берәмеген, шулай уҡ уға ингән барлыҡ ауыл һәм ҡала биләмәләре Ҡыуандыҡ ҡала округы муниципаль берәмегенә берләштереү юлы менән үҙгәртелә[8][9].
2015 йылдың 1 майына тиклем Ҡыуандыҡ районының Ҡыҙыл Һаҡмар ауыл советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында раҫланған.
Ауылдың халыҡ телендәге атмаһы — Васильевск, һирәкләп — Васильевский. 1911 йылда ауыл урынында 1 генә землянка торған, унда Волынцев тигән кеше ғаиләһе менән йәшәгән, тип яҙа Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында. Күрәһең, ауыл шул кеше исеме менән атала башлағандыр. Икенсе ғаилә булып Парфеновтар күсенгән. Өсөнсөһө иһә ер эҙләп Сембер губернияһы яғынан күсеп килгәнлеге билдәле[10]..
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауыл халҡының гендер структураһында ир-егеттәр 44,9 %, ҡатын-ҡыҙҙар 55,1 % процент тәшкил иткән.
2002 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, 163 кешенән торған халыҡтың милли структураһын 53 % урыҫтар тәшкил иткән,башҡорттар — 33 %[11]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.