From Wikipedia, the free encyclopedia
Андре́а Боче́лли (итал. Andrea Bocelli; 22 сентябрь 1958 йыл) — итальян йырсыһы (лирик тенор), классик һәм популяр йырҙар башҡарыусыһы. Опера йырын танытыусы.
Андреа Бочелли Andrea Bocelli | |||
Төп мәғлүмәт | |||
---|---|---|---|
Тыуған |
22 сентябрь 1958 (65 йәш) | ||
Тыуған урыны | |||
Ил | |||
Һөнәрҙәре |
йырсы | ||
Әүҙем йылдары |
1992 — хәҙерге ваҡыт | ||
Йырлау тауышы |
лирик тенор | ||
Жанрҙар |
опера | ||
Лейблы |
Universal | ||
Наградалар |
| ||
Автограф | |||
andreabocelli.com | |||
Аудио, фото, видео Викимилектә | |||
Андреа Бочелли Пиза ҡалаһынан алыҫ булмаған Лаятико (Тоскана төбәге) ауылында тыуа. Бала сағы тыуған фермаһында үтә, иртә йәштән фортепианола, флейта һәм саксофонда уйнай башлай.
Йырсы бала сағынан глаукома ауырыуы менән яфалана, күҙенә 27 операция эшләтә, 12 йәшендә, футбол уйнағанда башына туп тейеп, бөтөнләй һуҡырая.
Үҫмер сағында Андреа бер нисә вокаль конкурстарҙа еңә, шулай уҡ мәктәп хоры солисы була. Мәктәптән һуң, Пиза университетының юридик факультетын тамамлай, юрист дипломын ала.
Опера музыкаһына мөкиббән бирелгән Бочеллиның бар хыялы һәм маҡсаты — бөйөк тенор булыу. Йәш кешене Туринда йәшәгән Франко Корелли уҡыта башлай. Ошо ваҡытта юрист карьераһы тамалана ла инде. Шулай итеп, йәш тенор көндөҙ етди йырға уҡый, ә төндәрен тормошона ресторандарҙа сығыш яһап, аҡса эшләй.
1992 йыл йәш тенор Андреа Дзуккеро исемле итальян рок йырсыһына йырҙарын йырлап күрһәтә. Йыр яҙмаһы Лучано Павароттиға эләгә. 1994 йылда Бочелли уңышлы дебют менән Сан-Ремо музыка фестивалендә ҡатнаша. Сентябрь айында Паваротти шәхсән йәш тенорҙы үҙенең тыуған ҡалаһы Моденда үткән концерт программаһында ҡатнашырға саҡыра. Шул уҡ йылда Раштыуа байрамы алдынан Андреа Бочелли Рим Папаһы алдында сығыш яһарға лайыҡ була.
1995 йылда Андреа Европаның баш һәм ҙур ҡалаларында концерттар менән сығыш яһаны. Уның тауышын Германияла, Нидерландтарҙа, Испания, Франция һәм Бельгияла ишетәләр. Ул Брайан Ферри, Джон Майлз менән йырланы, шулай уҡ хор һәм симфоник оркестр ярҙамы менән ҡулланды. Концерттарын әлеге осорға тиклем ярты миллионға яҡын кеше ҡараған.
Андреа Бочелли опера йырсыһы ғына түгел, шулай уҡ эстрада стилендәге «Bocelli» альбомын яҙҙыра, ул шунда уҡ Германия, Бельгия, Италия һәм Франция чарттарында икенсе урынға менә. Төрлө илдәрҙә был альбом күп тапҡыр платина альбомы була. Өсөнсө «Romanza» альбом шулай уҡ барыһын да шаҡ ҡатыра, хәҙер Андреа Бочелли бөтә донъяға билдәле. Бөгөн Америка Ҡушма штаттарында уның концертына билет 250—500 доллар тора.
1987 йылда Андреа буласаҡ кәләше Энрика Чензатти менән таныша. Улар 1992 йылдың 27 июнендә никахлаша. 1995 йылдың 22 февралендә улдары Амос, 1997 йылдың 8 октябрендә икенсе улдары Маттео тыуа. Бочеллиның өйҙә һирәк булыуы сәбәпле, Энрика айырылышырға була, 2002 йылда никахтары тарҡала. Шул уҡ йылда Андреа үҙенең хәҙерге ҡатыны Вероника Берти (итальян баритоны Ивано Бертиның ҡыҙы) менән осраша. Хәҙер Ивано Берти Бочеллиның импрессариоһы булып эшләй. 2011 йылдың авгусында Верониканың ауырлы булыуы тураһында хәбәр итәләр. 2012 йылдың мартында уларҙың ҡыҙҙары Вирджиния тыуа.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.