Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты — Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан махсус юғары уҡыу йорто. Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының белем биреү учреждениеһы.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Дәүләт ...
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты
Нигеҙләү датаһы 1987
Дәүләт  Рәсәй
Рәсми сайт ufali.ru
Thumb
Ябырға

Тарихы

1905 йылдың 15 июнендә Өфөлә түбәнге полиция чиндарын башланғыс әҙерләү ойошторола.

1913 йылдың 12 ғинуарында Өфө губернаһы губернаторы П. П. Башилов тарафынан «Өфө ҡалаһының полиция һағы урядниктары мәктәбе тураһында ҡағиҙә» раҫлана.

СССР Эске эштәр министрлығының 1970 йылдың 22 сентябрендәге бойороғо менән Өфөнөң А. М. Матросов исемендәге тәрбиә-хеҙмәт колонияһы базаһында СССР Эске эштәр министрлығының Өфө урта махсус етәкселек составын әҙерлек мәктәбе ойошторола.

1984 йылда клуб һәм ашхана бинаһы файҙаланыуға тапшырыла, 1986 йылдың аҙағында 512 урынлыҡ курсанттар өсөн ятаҡ сафҡа индерелә, ә 1988 йылда 800 урынлыҡ яңы уҡыу корпусын төҙөү тамамлана, ул юғары мәктәп һәм институттың аудитория фондының нигеҙен тәшкил итә[1].

СССР Министрҙар Советының 1987 йылдың 1 октябрендәге 1107-се ҡарары нигеҙендә һәм СССР Эске эштәр министрлығының 1988 йылдың 12 ғинуарындағы 014-се бойороғо менән «Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө юғары мәктәбе» тип үҙгәртелә.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1996 йылдың 17 майындағы 589-сы ҡарарына ярашлы, юғары мәктәп «юридик институт» итеп үҙгәртелә һәм туранан-тура Рәсәй Эске эштәр министрлығының Кадрҙар менән тәьмин итеү департаменты ҡарамағына бирелә.

1998 йылдан алып рус телендә «Вестник Уфимского юридического института МВД России» исемле фәнни-ғәмәли журнал сыға, унда юридик фән һәм практиканың көнүҙәк проблемалары буйынса материалдар баҫыла.

Институттың структураһы

Юридик институтта 200-ҙән ашыу уҡытыусы эшләй, шул иҫәптән 24 доктор һәм 122 фән кандидаты (21 профессор һәм 52 доцент)[2].

Кафедралар

  • Административ-хоҡуҡи дисциплиналар;
  • Гражданлыҡ-хоҡуҡи дисциплиналар;
  • Дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы һәм теорияһы;
  • Сит ил һәм урыҫ теле;
  • Конституция хоҡуғы;
  • Криминалистика;
  • Криминология һәм психология;
  • Эске эштәр органдарының оператив-эҙләү эшмәкәрлеге;
  • Ут һәм тактик-махсус әҙерлек;
  • Алдан тикшереү;
  • Социаль-гуманитар дисциплиналар;
  • Эске эштәр органдарында идаралыҡ;
  • Енәйәт хоҡуғы;
  • Енәйәт процесы;
  • Хәрби һәм физик әҙерлек;
  • Иҡтисади дисциплиналар.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.