Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Өфө мосолман зыяраты — Өфөлә, Ағиҙелдең үрге ярында урынлашҡан мосолман зыяраты; Алтай һәм Кесе Ахтыр урамдарына сиктәш. Кәмендә биш ҡәберлек ҡатламы билдәле. Зыярат майҙанында Ғофран мәсете эшләй.
Зыяраттағы Ғофран мәсете | |
Details | |
---|---|
Асылған | 1852 (телгә алына) |
Урынлашыу | Башҡортостан, Өфө |
Ил | |
Төрө | йәмғиәт, дәүләт |
Хужаһы | Өфө ҡалаһы торлак-коммуналь хужалығы идаралығы, «Комбинат специализированного обслуживания» МУП-ы |
Ҡала тарихын өйрәнеүселәр фараз итеүенсә, йылға ярындағы ҡәберлек XIX быуаттың 30-сы йылдарында барлыҡҡа килә.[1] Ҡағыҙҙа тәүтапҡыр 1852 йылда телгә алына — был осорҙа Өфөлә зыяраттар өсөн ер тәғәйенләнә.[2] Архив сығанаҡтары бәйән итеүенсә, 1892—1897 йылдарҙа ҡәберлекте ҡала ситенә сығарыу өсөн комиссия ойошторола, әммә һуңыраҡ ул зыяраттың бороңғолоғона һылтанып, уны урынында ҡалдырырға ҡара итә.
Оҙаҡ йылдар буйы зыярат тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора. Көньяҡҡа ҡараған тау битендә ташлы дала өсөн хас булған утыҙҙан ашыу үҫемлек төрө үҫкән, шул иҫәптән һирәк һәм реликт үҫемлектәр ҙә: сысҡан ҡойроғо, терескен үләне һ.б.[3] Хәҙерге мәлдә уларҙың күбеһе юҡҡа сыҡҡан.
Өфө мосолман зыяратында һәм Өфөнөң Сергиево зыяратында күренекле шәхестәр ерләнгәнен иҫәпкә алып, 2012 йылда зыяраттарға тарихи-мемориаль статусы бирелә. .
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.