From Wikipedia, the free encyclopedia
Әҙәм (йәһ. אָדָם, кеше йәһ. אדמה, ер һәм אדום, ҡыҙыл һүҙҙәре менән бер тамырҙан; грек. Ἀδάμ, ғәр. آدم), Бишкитап һәм Ҡөрьәндә Аллаһ тарафынан яралтылған беренсе кеше, кешелектең нәҫел атаһы, Тәүкеше. Һауаның (Еваның) ире, Ҡәбил, Һәбил һәм Сифтең атаһы. Йәһүдилектә Әҙәм һәм Һауа мөнәсәбәттәрендә бөтә кешелек сағылыш тапҡан, уларҙың тарихы бөтә кешелек образы булып тора.
Әҙәм (йәһ. אָדָם) | |
---|---|
«Адам һәм Ева» | |
Заты: | Ир |
Йәшәгән дәүере: | Донъя яралғандан алып 1—930 |
Исеменең мәғәнәһе: | «кеше»; אדמה — ер һәм אדום –кеше һүҙҙәре менән бер тамырҙан |
Исеме башҡа телдәрҙә: | грек. Ἀδάμ |
Төбәк: | Эдем |
Шөғөлө: | ер эшкәртеү |
Телгә алына: |
[[|Быт. ]]2:8 — 5:5 |
Атаһы: | булмаған |
Әсәһе: | булмаған |
Ҡатыны (ире): | Ева |
Балалары: | Каин, Авель, Сиф |
Бәйле төшөнсәләр: | Эдем баҡсаһы | | Тыйылған емеш |
Төп һыҙаттары: | тәүге кеше |
Ҡөрьәндә бәйән ителгәнсә, Аллаһ Әҙәмде тупраҡтан һәм «йән өрөлгән» балсыҡтан үҙенең Ерҙәге «урынбаҫары» (хәлифәһе) сифатында, барлыҡ фәрештәләрҙән өҫтөн итеп яралта һәм уларға Әҙәмгә буйһонорға бойора. Фәрештәләр араһында йөрөгән Иблис тигән ен Әҙәмгә буйһоноуҙан баш тарта һәм күктән ергә төшөрөлә. Аллаһҡа үс итеп, Иблис Әҙәм менән беренсе ҡатын-ҡыҙ заты Һауаны йәннәттәге тыйылған емеш менән һыйлап, гөнаһ ҡылдырта. Әҙәм менән Һауа, был эштәре өсөн йәннәттән һөрөлөп, бер-береһенән айырым рәүештә ергә төшөрөләләр. Риүәйәттәрҙә һөйләнгәнсә, улар Мәккә янындағы Ғәрәфәт тауында табышалар, Аллаһ ихтыяры менән шунда Әҙәм Ҡәғбә төҙөй. Аллаһтың ярлыҡауына ирешә һәм беренсе пәйғәмбәр була.
Мосолман дине әҙәбиәтендә Әҙәм — кешенең илаһи аҫылы кәүҙәләнеше.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.