From Wikipedia, the free encyclopedia
Әл-Кәфи (ғәр. الكافي — «таманса») — шиғый-ун икеселәр хәҙистәренең төп йыйынтыҡтарының береһе, төҙөүсеһе — Әбү Жәғфәр Мөхәммәт ибн Йаҡуб ибн Исхаҡ әл-Ҡулайни әр-Рази (ваф. 328 йәки 329 йыл һижри/ 939 йәки 940 йыл).
Әл-Кәфи | |
Атамаһы | الكافي |
---|---|
Төп тема | Хәҙистәр |
Сәнғәт формаһы | энциклопедия |
Автор | Аль-Кулайни[d] |
Әҫәрҙең теле | Ғәрәп теле |
Әл-Кәфи Викимилектә |
Йыйынтыҡҡа Күтүб әл-Арбаға («дүрт китап») шиғый хәҙистәренең төп йыйынтыҡтары менән бер рәттән Шәйех Садуҡ, Әбү Жәғфәр әт-Туси әҫәрҙәре инә. Мөхәммәт Пәйғәмбәр һәм уның ғаилә ағзалары — Зәһрә Фатиманан һәм ун ике имамдан яҙып алынған 15181 документаль хәҙисен үҙ эсенә ала.
Ғалимдарҙа "Әл-Кафи"йыйынтығын төҙөүсе тураһында мәғлүмәт бик аҙ. Шулай уҡ уның ҡушаматы яңғырашының (нисбә) төрлө варианттары бар: әл-Ҡулайни йәки әл-Ҡулини. Шуға ҡарамаҫтан, бөтә тикшеренеүселәр ҙә уның Ирандағы Ҡулайн йәки Ҡулин тигән ауылдан килеп сыҡҡан булыуы менән килешә. Шулай уҡ әл-Ҡулайниҙың йәшәү ваҡыты ун икенсе имам әл-Мәһди кесе йәшеренлек (әл-ғәйбәт әс-суғра) осорона тура килеүе билдәле
«Әл-Кәфи» өс өлөштән: «Әл-Үсүл», «әл-Фуруғ» һәм «Әр-Рәүдә» тора.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.