Изге Яҙманың 200 аяттан торған 3-сө сүрәһе, «Ғимран ғаиләһе» тип тәржемә итеп була, Мәҙинәлә иңдерелгән. From Wikipedia, the free encyclopedia
Әлү Ғимран сүрәһе (ғәр. آل عمران, Ғимран ғаиләһе ) — Ҡөрьән Кәримдең 3 сүрәһе. Мәҙинәлә иңгән сүрә, 200 аяттан тора.
Әлү Ғимран сүрәһе | |
Синыфы | |
---|---|
Мәғәнәһе |
Ғимран ғаиләһе |
Статистика | |
Сүрә номеры |
3 |
Аяттар һаны |
200 |
Джүз |
3–4 |
Руҡуғ |
20 |
Һүҙҙәр һаны |
3 503 |
Хәрефтәр һаны |
14 605 |
Муҡатта хәрефтәре |
Әлиф Ләм Мим |
Алдағы сүрә | |
Киләһе сүрә | |
QuranAcademy.org |
8. Раббәнәә ләә түзиғ ҡулүүбәнәә бәғдә иҙ һәдәйтәнәә үәһәб лә нәә милләдүнкә рахмәтән иннәкә әңтәлүәһһәәб.
9. Раббәнәә иннәкә джәәмиғү-ннәәси лийәүмилләә райбә фииһ иннәллааһа ләә йүхлифүлмииғәәд. Әлләҙиинә йәҡуулүүнә раббәнәә иннәнәә әәмәннәә фәғфир ләнәә ҙүнүүбәнәә үә ҡинәә ғәҙәәбә-ннәәр. Әссабириинә үәссаадиҡиинә үәл-ҡаанитиинә үәлмүңфиҡиинә үәл-мүстәғфириинә бил`-әсхәәр.(9,16,17)
18. Шәһидә-ллаһу әннәһү ләә иләәһә илләә һүүә үәл-мәләә`икәтү үә үүлүлғилми ҡаа`имәм билҡист ләә иләәһә иллә һүүәл-ғәзиизүлхәкиим.
26. Ҡули-лләһүммә мәликәл-мүлки түьтилмүлкә мәң тәшәә`ү үә тәңзиғүлмүлкә миммәң тәшәә`ү үә түғиззү мәң тәшәә`ү үә түҙиллү мәң тәшәә`ү бийәдикәл-хайру иннәкә ғәләә күлли шәй`иң ҡадиир.
27. Түүлиджү-лләйлә фии-ннәһәәри үә түүлиджүннәһәәра фии-лләйли үә түхри-джүл-хәййә минәл-мәййити үә түхри-джүл мәййитә минәл хәййи үә тәрзүҡу мәң тәшәә`ү биғайри хисәәб.
200. Йәә әййүһәә-лләҙиинә әәмәнүс-бируу үә саабируу үә раабитуу үә-ттәҡууллааһа ләғәлләкүм түфлихүүн.
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Әлиф, Ләм, Мим.
2. Аллаһ — бер генә! Аллаһтың Үҙенән башҡа (һис бер кем, һис бер нәмә) Илаһ була алмай. Ул — мәңге тере. Ул — ҡәййүмдер.
(«Хайи үә ҡәййүм» ғибәрәһен былай аңлаталар. Хайи — тере, үлемһеҙ, мәңге дауамлы, тигән һүҙ. Ҡәййүм — бөтөн Ғәләмдең, барса йәнле-йәнһеҙҙәрҙең тәрбиәсеһе, барыһын да күҙәтеп-белеп, хисапҡа тотоусы ҡөҙрәт һәм камиллыҡ эйәһе.)
3. (Ий, Мөхәммәд) Ул һиңә китапты (Ҡөрьәнде) әүүәл индерелгән китаптарҙы (дөрөҫләп) раҫлау өсөн индерҙе. Бынан алда ла Тәүрәт менән Инжилде индергән ине.
4. Хаҡ менән ялғанды (яҡшыны ямандан) айыра белер өсөн (хөкөмдәр) Фурҡан индерҙе. Аллаһтың аяттарына кәфөрлөк иткәндәр юҡмы? (Бар, әлбиттә.) Улар өсөн бик ҡаты ғазаптар әҙерләнгән. Аллаһ — ҡөҙрәт эйәһе һәм яза биреүсеҙер.
5. Шөбһә юҡ, Ерҙә лә, Күктә лә Аллаһтан йәшерен нәмә юҡтыр. (6) Әсәләрегеҙ ҡарынында уҡ, Үҙе нисек теләһә, һеҙгә шундай рәүеш биреүсе лә Аллаһтыр. Аллаһтан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Аллаһ мотлаҡ еңеүсе. Аллаһ берҙән-бер хөкөм сығарыусы һәм хикмәт эйәһе.
7. (Ий, Мөхәммәд) Һиңә Китапты Ул индерҙе. Шунда мәғәнәһе асыҡ аяттар байтаҡ һәм улар Китаптың нигеҙен тәшкил итә. Башҡа бер бәғзеләре мөтәшәбиһтәрҙер (йәғни мәғәнәһе асыҡ түгел һәм хәҙергә аңлатыуы ла мөмкин булмаған, ҡыҫҡа аяттар). Күңеле боҙоҡ булғандар, мөтәшәбиһ аяттарҙы фетнә сығарырҙай итеп, үҙҙәренсә аңлатырға маташалар, шуларға йәбешеп яталар. Гәрсә, Уларҙың мәғәнәһен Аллаһтан башҡа бер кем белмәҫ. Ғилем эйәләре иһә:
— Беҙ уға (Ҡөрьәнгә) ышандыҡ. Барыһы ла Раббыбыҙҙан килгән, — тинеләр. Уларҙы (мөтәшәбиһ аяттарҙы) сәләмәт аҡыллыларҙан башҡалар яҡшы аңламаҫ!
(«Мөтәшәбиһ аяттарҙы аңлатыуға ике ҡараш йәшәп килә. Сәләф — боронғылар мәсләге. Хәләф — вариҫтар мәсләге. Сәләфселәр фекеренсә, был аяттарҙы аңлатыуҙан ҡасырға кәрәк. Аңлатмайынса ғына, Аллаһ һүҙенә ышанырға кәрәк». Хәсән Чантай тәфсиренән.)
«Һуңғылары, хәләфселәр аңлатыу яғында тора. Ҡайһы берәүҙәр «үәр-рәсихүнә» һүҙенең башындағы «уау» хәрефен теркәгес итеп уҡыйҙар. Шулай уҡығанда аңлашылаҙыр: уның мәғәнәһен бары тик бер Аллаһ һәм ғилемдә юғары дәрәжәләргә ирешкән ғалимдар ғына беләсәк. Мөтәшәбиһ аяттар фән-ғилем камиллыҡҡа ирешкәс кенә, киләсәктә генә аңлатыласаҡ икән». Мостафа Чагрыжы тәфсиренән.)
8. Йә, Раббыбыҙ, тура юлға баҫтырғандан һуң, беҙҙе аҙаштырма. Беҙгә Үҙ тарафыңдан рәхмәт бир. Шик юҡ, Һин иң йомарт ярлыҡаусы. (9) Йә, Раббыбыҙ, хаҡтыр, Һин, һис шикһеҙ, көндәрҙән бер көндө кешеләрҙе бер урынға туплаясаҡһың. Һис шикһеҙ, Аллаһ Үҙ һүҙендә торасаҡ!
10. Аллаһ хозурына килгәс, кәферҙәрҙе малдары ла, балалары ла ҡотҡара алмаҫ. Бына шулар була инде йәһәннәм киҫәүҙәре. (11) (Уларҙың юлы) Фирғәүен тоҡомоның һәм уларҙан элек йәшәгәндәрҙең юлы кеүек. Улар аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарҙы, Аллаһ та уларҙы, гөнаһтарына күрә, (хөкөмгә) тотто. Аллаһтың язаһы бик тә ҡаты булыр.
12. (Ий, Мөхәммәд) кәфер итеүселәргә әйт һин:
— Яҡын арала һеҙ тар-мар киләсәкһегеҙ һәм бөтөнөгөҙ йәһәннәмдә янасаҡһығыҙ.
Ул (йәһәннәм) ҡотосҡос яман урындыр.
13. Ҡапма-ҡаршы килгән ике ғәскәр (Бәҙер) һуғышында һеҙгә ғибрәттәр бар. Бер ғәскәр Аллаһ юлында һуғыша, икенсеһе иһә мөшриктәр ине. Былары тегеләрҙе (мосолмандарҙы) маңғай күҙҙәре менән ике итеп күрә башланы. Ярҙам итәһе килгән кешеләренә Аллаһ ярҙам итер. Шик юҡ, күңел күҙҙәре һуҡыр булмағандарға бында ҡәтғи һабаҡтар бар.
14. Нәфсеһе булған кешеләргә: ҡатындар, улдар, батман-батман тағылған алтын-көмөш, тамғаланған сабышҡы аттар, ( мул һөт биреүсе) хайуандар, игенлектәр, шашып яратыу зиннәтләндереп күрһәтелде. Ләкин быларҙың барыһы ла донъялағы тормоштың тиҙ уҙып китә торған рәхәт миҙгелдәре генә. Аллаһ хозурындағы (йәннәттәге) тормош тағын да гүзәлерәк.
15. Һин әйт:
— Һеҙгә бынан да яҡшыраҡ тормош тураһында һөйләйемме? — тип.
Тәҡүә (саф) мосолманлыҡҡа ирешкәндәр өсөн Раббы ҡаршыһында, (тау-таш) аҫтарынан бәреп сығыусы шишмәләре менән йәннәттәр булыр. Улар шунда мәңге йәшәп ҡаласаҡ. Саф-пак ҡатындар янында улар Аллаһтың ризалығында йәшәр. Хаҡтыр, Аллаһ ҡолдарын күҙәтеп тора.
16,17. Сабыр-сыҙам булғандар, имандарына тоғро ҡалғандар, итәғәтле булғандар, йәтимдәрҙе ҡарағандар (йәғни тәҡүәлеккә ирешкәндәр):
— Йә Раббыбыҙ, беҙ иман килтерҙек. Инде беҙҙең гөнаһтарыбыҙҙы кисер һәм беҙҙе йәһәннәм ғазаптарынан ҡотҡар! — тип сәхәрҙәрҙә Аллаһтан ярлыҡау һорарҙар.
18. Аллаһ ғәҙеллекте өҫкә сығарып, Үҙенән башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә) һис бер тәңре булмағанлығын (аяттары, дәлилдәре менән) иҫбат итте. Фәрештәләр ҙә, ғилем эйәләре (нәбийҙәр, ғалимдар ҙа) быны раҫланы:
— Аллаһтан башҡа (Илаһи көскә эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кем юҡ! — тинеләр. — Ул — мотлаҡ еңеүсе, хөкөмгә һәм хикмәткә эйә берҙән-бер Аллаһтыр.
19. Хаҡ дин, Аллаһ дине — Исламдыр. (Үҙҙәренә) Китап индерелгәндән һуң, белем алғас, көнләшеп, (артыҡ ғорурланып), үҙ-ара талашып таралыштылар. Аяттарҙы инҡар итеүселәр белһен, һис шикһеҙ, Аллаһ язаһын бик тиҙ бирер.
(«Дин» кәлимәһе: итәғәт һәм яза, хаҡлыҡ һәм шәриғәт мәғәнәләрендә килә. Ҡөрьәндә «дин» һүҙе төрлө мәғәнәләрҙә ҡулланыла. Юғарылағы аят иһә, бәндәләр тарафынан ҡабул ителергә тейешле Илаһи ҡанун булараҡ фарызлана. Йәғни, дин — ул кешеләрҙе донъяла нисек итеп дөрөҫ йәшәргә өйрәтеүсе һәм Әхирәттә Сәғәҙәткә ирешеү юлын күрһәтеүсе, Аллаһ хозурынан пәйғәмбәрҙәр арҡылы кешеләргә индерелгән Илаһи ҡағиҙәләр, ҡанундар. «Ислам» кәлимәһе түбәндәге мәғәнәләргә эйә: итәғәт итеү, берләшеү, рухи һәм физик сәләмәтлеккә ирешеү, ғибәҙәттә ихлас булыу. Юғарылағы аятта иһә «Ислам» һүҙе бер Аллаһҡа иман килтереү һәм хәҙрәти Мөхәммәд арҡылы күндерелгән дин нигеҙҙәрен ҡабул итеү, тигән мәғәнәлә бирелгән».
Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән һәм Ғабдуррахмән Ҡаяның «Иман һәм ғийбәҙәт» исемле китабынан )
20. Әгәр (кәферҙәр) һинең менән бәхәсләшә башлаһа, әйт:
— Вәғәздәремә эйәргәндәр менән мин Аллаһҡа буйһондом! — тип. Үҙҙәренә Китап индерелгәндәрҙән һәм жаһил мөшриктәрҙән һора:
— Һеҙ ҙә Исламды ҡабул итеп, (Аллаһҡа) буйһондоғоҙмы? — тип.
Әгәр Исламды ҡабул иткән булһалар, тура юлды тапҡан булырҙар. Әгәр инҡар итеп, йөҙ сөйөрһәләр, һиңә бары тик уларҙы (йәһәннәм ғазабы менән) киҫәтергә генә ҡала. Хаҡтыр, Аллаһ бәндәләренең ҡылғандарын күҙәтеп тора.
21. Аллаһтың аяттарын инҡар итеүҙәре арҡаһында, кәфер булғандарҙан, хаҡһыҙға пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүселәр һәм ғәҙеллеккә өндәүсе инсандарҙың йәндәрен ҡыйғандарҙы:
— (Һеҙгә) бик тә хәтәр яза буласаҡ! — тип «һөйөндөр». (22) Быларҙың донъялағы эштәре лә, Әхирәттәгеләре лә бушҡа сыҡты. Уларға бер кем дә ярҙам итә алмаҫ. (23) (Рәсүлем) үҙҙәренә Китаптан бер өлөш бирелгән ҡәүемде күрмәнеңме әллә? Улар араһында ғәҙеллек урынлаштырыр өсөн, тура юлға саҡырыр өсөн, уларға Аллаһтың Китабы бирелде. Ләкин уларҙың бер өлөшө (Китапҡа) арҡа менән боролдо. (24) Бының сәбәбе шулдыр, улар йәнә лә әйттеләр:
— Беҙгә мәңгелек ут бер ҡасан да ирешмәйәсәк, әгәр һанаулы көндәрҙә генә ирешмәһә инде, (беҙ йәһәннәмдә оҙаҡ ҡалмаясаҡбыҙ), — тинеләр. Дин мәсьәләһендә улар уйлап сығарған был нәмә (үҙҙәрен-үҙҙәре) алдау ғына. (25) Киләсәге шик уятмай торған бер Көндө уларҙы бер урынға йыйырбыҙ; уларға ғәҙелһеҙлек булмаясаҡ, ләкин уларға донъялағы ҡылғандарына күрә, тап-тамам түләү (яза) биреләсәк, бына шул ваҡытта уларҙың хәле нисегерәк булыр икән?
26. (Рәсүлем) әйт һин:
— Әй, мөлкәттәрҙең хужаһы-Аллаһ, Һин теләгән кешегә милекте бирәһең, кемдең милкен алырға теләһәң, унан алаһың. Теләгән кешеңдең ҡәҙерен арттыраһың, теләмәгәнеңде меҫкенлеккә төшөрәһең. Изгелек бары тик Һинең ихтыярыңдаҙыр. Шик юҡ, Һин барса нәмәгә ҡөҙрәтлеһең. — тип. (27) - Төндө көн менән, көндө төн менән аралаштыраһың. Үлекте терелтәһең, терене үлтерәһең (йәнһеҙҙән йәнлене сығараһың, йәнлене йәнһеҙ итәһең). Теләгән бәндәңә сикһеҙ мул ризыҡ бирәһең, -тип әйт.
28. (Һуғыш ваҡытында) мөьминдәр мөьминдәрҙе ташлап, кәферҙәр менән дуҫ булмаһын. Шулай эшләгән кеше Аллаһтан бер ниндәй (ярҙам) күрмәҫ. Әгәр, улар тарафынан дәһшәт янаһа ғына (дуҫ булырға мәжбүрһегеҙ). Аллаһ (һеҙгә язаһынан) ҡурҡырға бойорҙо. Ниһайәт, (был донъянан китеп) Аллаһ хозурына барыу ҙа Аллаһ әмерендәҙер.
29. Әйт Һин:
— Күңелдәрегеҙҙәгене йәшерһәгеҙ ҙә, асып һалһағыҙ ҙа Аллаһ белә. Күктәрҙә, Ерҙә нимәләр бар — Аллаһ барыһын да белеп тора, — тип уларға. Аллаһтың бөтөн нәмәгә ҡөҙрәте етә.
30. Аңлы булығыҙ, ул Көндө (Ҡиәмәттә) донъяла изгелек ҡылған булһа ла, яманлыҡ ҡылған булһа ла, һәр кем үҙ әжерен табыр; кеше ҡылған яманлыҡтарынан йыраҡ арала торорға теләр. Аллаһ асылда һеҙҙе (Үҙенә ҡаршы килеүҙән) ҡурҡырға бойора. Аллаһ бәндәләренә сикһеҙ шәфҡәтлеҙер.
31. (Рәсүлүллаһ) Һин әйт:
— Әгәр Аллаһты яратһағыҙ, миңә эйәрегеҙ (Исламды ҡабул итегеҙ.). Аллаһ та һеҙҙе яратыр һәм гөнаһтарығыҙҙы ярлыҡар, — тип. Аллаһ ярлыҡаусы, киң күңелле, ғәфү итеүсе.
32. Әйт Һин:
— Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәргә итәғәт итегеҙ, — тип. Әгәр йөҙ сөйөрһәләр, шөбһәһеҙ, Аллаһ та ул кәферҙәрҙе яратмаҫ.
33—34. Ысынлап та, Аллаһ Әҙәмде, Нухты, Ибраһимды һәм уларҙың тоҡомдарын, Ғимран ғаилаһен — барыһын да бер нәҫелдән булараҡ, халыҡтарға мәшһүр (өҫтөн) ҡылды. Аллаһ ысынлыҡта барыһын да ишетеүсе, мөкәммәл белеп тороусыҙыр.
35. Ғимрандың ҡатыны:
— Раббым, ҡарынымдағы яралғыны Һиңә (донъя мәшәҡәттәренән) азат ҡол итергә ант иттем. (Минең антымды) ҡабул ит. Шөбһә юҡтыр, Һин ишетәһең дә, күреп тә тораһың, - тине.
36. (Мәрйәмдең әсәһе) ҡыҙ тапҡас, әйтте, Аллаһ уның ҡыҙ табасағын белә ине:
— Раббым, минең ҡыҙ балам булды, шөкөр. Ир бала ҡыҙ бала кеүек булмай инде ул (йәғни ир кеүек хеҙмәт итә алмаҫ). Мин уға Мәрйәм исеме ҡуштым. Был баланы һәм унан тыуған балаларҙы ҡыуылған шайтандан һаҡлар өсөн Һиңә тапшырҙым, — тине. (37) Шулай итеп, Раббы уны бик теләп ҡабул итте. Уны бер гүзәл үҫемлек кеүек тәрбиәләп үҫтерҙе. Зәкәрийәне уға тәрбиәсе итеп ҡуйҙы. Бала ята торған бүлмәгә ҡасан ғына керһә лә, Зәкәрийә шунда мул ризыҡҡа тап була ине:
— Мәрйәм, был Һиңә ҡайҙан килде? — тип һораны Зәкәрийә. Ҡыҙ:
— Был — Аллаһ тарафынан. Шөбһә юҡтыр, Аллаһ кемгә теләһә, шуға сикһеҙ ризыҡ бирер, — тине.
38. Шунда Зәкәрийә Раббыға доға ҡылды:
— Раббым, Һин миңә бер пак бала бир. Әлбиттә, Һин минең доғаларымды ишетәһең.
39. Ул ғибәҙәт бүлмәһендә доға уҡып ултырғанда фәрештәләр әйтте:
— Ысынлыҡта Аллаһ Һине Йәхйә исемле бер бала менән ҡыуандырасаҡ, ул (Йәхйә) нәфсеһенә хужа була белеүсе, Аллаһ әйткән һүҙҙең (Китаптың) тура икәнлеген иҫбатлаусы Пәйғәмбәр буласаҡ, — тинеләр. (40) (Зәкәрийә) әйтте:
— Раббым, ысынлыҡта инде мин ҡартайып барам, ҡатыным да бала таба алмай, нисек итеп минең улым булыр икән? — тине. (Аллаһ әйтте):
— Шулай! Аллаһ нимә теләһә, шуны башҡарасаҡ, — тине.
41. (Зәкәрийә) әйтте:
— Раббым, (ул эштең) ғәләмәтен өйрәт, — тине. (Аллаһ) әйтте:
— Һинең ғәләмәтең шул булыр, Һин өс көн кешеләр менән һөйләшмә, (ишара менән) ым ҡағып ҡына аңлашырһың. Шулар өҫтөнә, Раббыңды гел иҫеңдә тот һәм аҡшам-сабах, тәсбих әйт (намаҙ уҡы), — тине.
42. Фәрештәләр әйтте:
— Әй, Мәрйәм, шик юҡ, Аллаһ Һине һайланы, һине айырыуса саф итеп тәрбиәләп үҫтерҙе, һине донъялағы башҡа ҡатындарҙан өҫтөн ҡылды, — тинеләр. — (43) Ий, Мәрйәм, ысын күңелдән Раббыңа ғибәҙәт ҡыл, сәждә ҡылыусылар менән сәждә ҡыл, (намаҙ уҡы).
44. (Мөхәммәд) былар (Хөннә, Зәкәрийә, Йәхйә, Мәрйәм ваҡиғалары) һиңә уахи булараҡ, йәшерен рәүештә төшөрөлә. Кем Мәрйәмде тәрбиәгә ала, тип ҡәләмдәрен һыуға ырғытҡанда һин улар янында түгел инең. Улар тартҡылашҡан ваҡытта ла һин шунда түгел инең.
45. Фәрештәләр:
- Ий, Мәрйәм, Аллаһ Һиңә бер кәлимә әйтеп, Һине һөйөндерәсәк: исеме Ғайса. (ҡушаматы) Мәсих, (сифаты) Мәрйәм улыҙыр. Донъяла ла, Әхирәттә лә даны-шөһрәте ҙур булыр. (Ул) Аллаһтың бик яҡындарынандыр. (46) Бишегендә лә, үҫкәс тә ул кешеләргә (хикмәтле) һүҙ һөйләйәсәктер. Ул изгеләрҙән булыр.
47. (Мәрйәм) әйтте:
— Йә Раббым, миңә бер генә ирҙең дә ҡағылғаны юҡ. Нисек итеп балам булыр һуң? — тине. (Фәрештәләр аша) Аллаһ әйтте:
— Шулай! Аллаһ нимә теләһә, шуны башҡара ала. Ул берәй эшкә ниәт итһә: бул, тип әйтһә, Ул теләгән нәмә шунда уҡ була ла. (48) — (Аллаһ) уны яҙырға, уға хикмәттәр, Тәүрәтты, Инжилде өйрәтәсәк, - (тинеләр фәрештәләр). (49) - Уны Исраил улдарына пәйғәмбәр итеп күндерәсәк, — (тинеләр фәрештәләр). (Ғайса уларға әйтәсәк):
— Дөрөҫө шулдыр, мин һеҙгә Раббыбыҙҙан аят (һөйөнсө) килтерҙем. Дөрөҫө шулдыр, мин һеҙгә балсыҡтан ҡош һыны яһармын, уға тыным менән өрөрмөн дә, Аллаһ ҡеүәте менән, ул йәнле ҡошҡа әүерелер. Аллаһ ярҙамы менән, мин тыумыштан һуҡырҙы күҙле итермен, ҡаты ауырыуҙарҙы сәләмәтләндерермен, үлектәрҙе тергеҙермен. Өйөгөҙҙә нимә ашағанығыҙ, нәмә йәшергәнегеҙ тураһында мин һеҙгә әйтермен. Әлбиттә, был ғәләмәттәрҙә һеҙҙең өсөн, әгәр ҙә һеҙ иман килтерһәгеҙ, ҡәтғи ғибрәттәр бар. (50) Минән элек индерелгән Тәүрәтты дөрөҫләүсе булараҡ һәм һеҙгә харам ителгән ҡайһы бер нәмәләрҙе хәләл итер өсөн (килдем). Һеҙгә Раббыбыҙҙан (пәйғәмбәрлегемде иҫбат итер өсөн) аят (хикмәт, мөғжизә) килтерҙем. Инде хәҙер Аллаһтың нәфрәтенән ҡурҡығыҙ, миңә итәғәт итегеҙ. (51) Шөбһә юҡ, Аллаһ минең дә Раббым, һеҙҙең дә Раббығыҙ. Шулай булғас, Уға ҡоллоҡ итегеҙ. Тура юл шул булыр.
52. Ғайса уларҙың инанмағандарын аңлап алғас, әйтте:
— Аллаһ юлында кем миңә ярҙамсы булыр? — тине. Хауариҙар:
— Беҙ ул Аллаһ илсеһенең ярҙамсылары. Аллаһҡа инандыҡ. Һин дә (Ғайса) шаһит бул, беҙ ысын мосолманбыҙ, — тинеләр.
(Хауариҙар — эйәсрендәр, апостолдар.)
53. — Йә Раббыбыҙ, Һин индергәнгә (ул Китапҡа) инандыҡ, был пәйғәмбәреңә лә эйәрҙек. Инде беҙҙе шаһиттар менән рәттән теркәп ҡуй, - (тип). (54) Кәферҙәр мәкерле хәйлә ҡорҙолар (Ғайсаны йәшертен генә үлтерергә уйланылар), Аллаһ та уларға ҡаршы хәйлә ҡорҙо. Аллаһ (бөтөн хәйләкәрләрҙән дә) хәйләкәрерәктер.
55. Шунда Аллаһ былай тине:
— Ий, Ғайса, шөбһәһеҙ, (улар түгел) Мин Һиңә әжәл ебәрәсәкмен, һине Үҙ яныма күтәреп, һине кәферҙәрҙең зыянынан ҡотҡарып, һиңә эйәргәндәрҙе Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр кәфер итеүселәрҙән өҫтөн тотасаҡмын. Һуңғы ҡайтыуығыҙ ҙа Минең ихтыярымдаҙыр. Арағыҙҙа булған ҡаршылыҡтар-ғауғаларҙың хөкөмөн дә Мин бирәсәкмен. (56) Көфөрлөк итеүселәргә килгәндә, Мин уларҙы донъяла ла, Әхирәттә лә иң хәтәр яза менән ғазаплаясаҡмын. Уларға һис бер кем ярҙам итә алмаҫ.
57. Иман килтереп, изгелектәр эшләгәндәргә килгәндә, (Аллаһ) уларҙың әжерен теүәл итеп бирәсәктер. Аллаһ залимдарҙы яратмаҫ. (58) Беҙ быларҙы һиңә аяттарҙан (хикмәт тулы Ҡөрьәндән) уҡыйбыҙ.
59. Ысынлап та, Ғайсаның хәле лә (атаһыҙ донъяға килеүе лә), Әҙәмдең яҙмышы ла бер Аллаһ хозурынандыр. (Аллаһ) уны (Әҙәмде) тупраҡтан яралтты. Һуңынан уға:
- Бул! - тине. Әҙәм бар булды.
(«Аллаһ хәҙрәти Әҙәмде әсәһе лә, атаһы ла булмаған килеш, тупраҡтан яралтты. Мәрйәм дә, Аллаһ ҡөҙрәте менән, ҡыҙ килеш, ирһеҙ бала тапты. Мөғжизәләр шуларҙыр. Аллаһтың башҡаларҙа булмаған тиңһеҙ ҡөҙрәте лә шундай мөғжизәләр барлыҡҡа килтереүендә сағыла». Мостафа Чагрыжы тәфсиренән.)
60. Хәҡиҡәт - Раббынандыр. Шуға күрә, шикләнеүселәрҙән булма.
61. Һиңә ғилем килгәс, һинең менән тартҡылашыусылар булһа, әйт:
— Килегеҙ үҙегеҙ, улдарығыҙ, ҡатындарығыҙ,беҙҙә үҙебеҙ, улдарыбыҙҙы, ҡатындарыбыҙҙы йыябыҙ һуңынан доға ҡылып ялбарырбыҙ ҙа, Аллаһтың ләғнәтен ялғансылар өҫтөнә ебәрербеҙ, — тип.
(«Нәжрән христиандарынан бер төркөм Ғайса пәйғәмбәр янына килеп, мөғжизә рәүешендә, атаһыҙ тыуған Ғайсаны Аллаһ тип танымаҡсы булдылар. Ғайса уларҙы бер ергә туплап: Аллаһ ялғансылар өҫтөнә ләғнәт ебәрһен, тип доға уҡырға саҡырҙы. Ләкин христиандар Ғайса менән килешмәнеләр, ҡурҡып ҡалдылар. Улар мосолмандар ҡул аҫтына кереп, һалым түләргә риза булып киттеләр».
Мостафа Чагрыжы тәфсиренән.)
62. Бына был (хәбәр), әлбиттә, иң дөрөҫ булған ваҡиғаның хәбәреҙер. Аллаһтан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кем, һис бер нәмә юҡ. Аллаһ, ысынлап та, ҡөҙрәт һәм хикмәттәр хужаһыҙыр.
63. Әгәр (ысынлыҡтан, имандан) йөҙ сөйөрһәләр, хаҡтыр, Аллаһ ул боҙоҡлоҡ таратыусыларҙы белә.
64. Әйт:
— Әй, дин әһелдәре, һеҙҙең өсөн дә, беҙҙең өсөн дә ҡулай булған уртаҡ бер һүҙгә килегеҙ, бына былай әйтегеҙ: Аллаһтан башҡаға табынмайбыҙ. Уға һис бер нәмәне тиң итеп танымайбыҙ, Аллаһтан башҡа эйә эҙләп йөрөмәйбеҙ һәм бер-беребеҙҙе Аллаһ тип атамаясаҡбыҙ.
Бынан һуң да улар йөҙ сөйөрһә, әйт:
— Шаһит булығыҙ, беҙ ысын мосолмандарбыҙ, — тип.
65. Әй, китап әһелдәре, Ибраһим хаҡында ни өсөн тартҡылашаһығыҙ? Тәүрәт тә, Инжил дә унан (Ибраһимдан) һуң индерелде. Шуға ла аҡылығыҙ етмәйме?
66. Бына һеҙ дөрөҫлөктө белгән килеш һүҙ көрәштерәһегеҙ, белмәгәнегеҙ тураһында нимә өсөн тартҡылашаһығыҙ? Гәрсә, Аллаһ барыһын да белеп тора, һеҙ белмәйһегеҙ.
67. Ибраһим йәһүд тә, христиан да түгел, ул фәҡәт Аллаһты бер тип таныған (ысын мосолман ине). Ул мөшриктәрҙән дә түгел. (68) Дөрөҫө шулдыр, Ибраһимды бик тә яҡын күреүселәр, һәр хәлдә, уға эйәргәндәр һәм шул Пәйғәмбәргә (Мөхәммәдкә) һәм (уға) эйәреп, иман килтергәндәр ине. Иман килтергәндәрҙең ярҙамсыһы — Аллаһ Тәғәлә.
69. (Ий, мосолмандар) Китаплы халыҡтың бер өйөрө һеҙҙе юлдан яҙҙырырға, аҙҙырырға теләй. Бәлки, улар үҙҙәренән башҡаны аҙҙыра алмаҫтарын самаламайҙарҙыр ҙа.
70. Әй, китап әһелдәре, үҙегеҙ (Тәүрәттә һәм Инжилдәге дөрөҫлөктө) күрә тороп, Аллаһтың аяттарын ни сәбәпле инҡар итәһегеҙ? (71) Әй, китап әһелдәре, ни өсөн һеҙ хаҡты ялған менән бутайһығыҙ, дөрөҫлөктө йәшерәһегеҙ? Бының шулай икәнен белеп тораһығыҙ бит.
72. Китаплы халыҡтан бер төркөм әйтте:
— Үҙҙәренә индерелгәнгә (Ҡөрьәнгә) иман килтергәндәр алдында көндөҙөн ышанған булығыҙ, көн аҙағында кәфер (инҡар) итегеҙ. Бәлки улар диндәренән ҡайтырҙар? (73) Һәм динегеҙгә инанғандарҙан башҡаһына ышанмағыҙ, — тинеләр. (Рәсүлем, уларға) әйт:
— Аллаһтың юлы иң дөрөҫ юл икәнлектә шик юҡ, — тип. — Һеҙгә бирелгәнгә (Тәүрәткә, Инжилгә) оҡшаш (Ҡөрьән) башҡа берәүҙәргә лә бирелә ала.
Әгәр был турала бәхәсләшә башлаһалар, һин әйт уларға:
— Ысынлыҡта йомартлыҡ Аллаһ ҡулында. Ул теләгәненә әжер бирер. Аллаһтың рәхмәте киң, ысынлап та, ул бөтөн нәмәне белеп тороусы. (74) Ул кемгә теләһә, шуға рәхмәт индерер. Аллаһ — иң бөйөк изгелек эйәһе.
75. Китап уҡығандар араһында шундайҙары бар: уларга һин бер батман алтын бирһәң, ул уны һиңә кәметмәйенсә ҡайтарыр. Шундайҙары ла бар, һин уға бер динар бирһәң — ҡайтармаҫ, артынан йөрөп, өҫтөндә тороп алғансыға саҡлы. Бының сәбәбе шулдыр, улар әйтә:
— Наҙан халыҡ менән беҙҙең алыш-бирешебеҙ юҡ, — тип. (Йәнәһе, наҙан халыҡты, ғәрәптәрҙе, мосолмандарҙы алдаһаң да ғәйеп булмаҫ.) Улар белгән килеш, күҙҙәрен дә йоммайынса, Аллаһҡа ҡаршы (ялған) һөйләйҙәр.
76. Хаҡтыр, үҙенең вазифаларын (аманатын, вәғәҙәһен) боҙмайынса үтәгән кеше, гөнаһтарҙан һаҡланһа, шик юҡ, Аллаһ һаҡланғандарҙы һаҡлар.
77. Ысынлап та, Аллаһҡа биргән һүҙен-антын донъя малына һатҡан кешеләргә Әхирәттә һиc бер насибы булмаҫ. Аллаһ Ҡиәмәт көнөндә улар менән һөйләшмәҫ, уларға ҡарамаҫ, уларҙы пакламаҫ-аҡламаҫ. Уларҙы хәтәр газап көтә.
78. Китаплы халыҡ араһында шундай төркөмдәр бар, улар Китапта яҙылғандарҙы (Тәүрәтты, Инжилде) боҙоп уҡыйҙар, шуны дөрөҫ яҙыу, тип әйтәләр; гәрсә, ул һүҙҙәр был китаптарҙа яҙылмаған ине. Был — Аллаһтан ингән һүҙҙәр, тип әйтәләр; ул (өҫтәлгән һүҙҙәр) Аллаһтан түгел. Улар, дөрөҫлөктө белгән килеш, күҙ ҙә йоммайынса, ялған һөйләйҙәр. (79) Аллаһтан китап алып, аҡыл-зиһенгә эйә булып, пәйғәмбәрлекте ҡабул итеп, һуңынан:
— Аллаһҡа ғына буйһонмағыҙ, уның урынына миңә лә ҡол булығыҙ, - тип ғәмәл ҡыла башлаһа, ул килешә торған эш булмаҫ. Үҙегеҙ өйрәнеп, башҡаларҙы ла өйрәткән Китаптағыса:
- Аллаһҡа тоғро ҡол булығыҙ! — тип әйтергә кәрәк.
80. — Фәрештәләргә, пәйғәмбәрҙәргә Тәңрегә табынған кеүек табынығыҙ, — тип Аллаһ бойорманы. Йәки һеҙҙе мосолман иткәндән һуң, (ысын пәйғәмбәр) яңынан һеҙҙе кәферлеккә өндәрме?
81. Аллаһ пәйғәмбәрҙәрҙе ант иттерҙе. Бына Мин һеҙгә Китап менән хикмәт (Тәурәт менән Инжилде) бирҙем. Бер аҙҙан һеҙҙең ҡулығыҙҙағыларҙы раҫлау-дөрөҫләү өсөн тағын бер Пәйғәмбәр киләсәк. Уға шикһеҙ иман килтерерһегеҙ һәм уға һәр ваҡыт ярҙам итерһегеҙ. Ошо шарттарҙы ҡабул итәһегеҙме?
(Улар):
— Ҡабул итәбеҙ, — тип яуапланылар.
(Аллаһ) әйтте:
— Улайһа, бер-берегеҙ алдында шаһит булығыҙ, Мин дә һеҙҙең менән бергә шаһит, — тине.
82. Кем дә кем ошо шаһитлыҡтан баш тарта, йөҙ сөйөрә, бына шундайҙар фәсиҡ, зиндиҡ (имандан ҡасҡандар) булыр.
83. Хәҙер улар Аллаһтың диненән башҡа бер дин эҙләп киттеләрме? Бәлки, күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа, теләһәләр ҙә, теләмәһәләр ҙә Уға буйһона, ниһайәт, уларҙың барыһы ла Аллаһ ҡаршыһына килтереләсәк. (84) Әйт:
— Аллаһҡа иман килтерәйек. Беҙгә индерелгән (Ҡөрьәни Кәрим)гә, Ибраһимға, Исмәғилғә, Исхаҡҡа, Яҡупҡа һәм улдарына индерелгәндәргә, Мусаға, Ғайсаға һәм пәйғәмбәрҙәргә, Раббыларынан бирелгәндәргә лә инандыҡ. Улар араһынан һис берһен артыҡ-кәм күрмәйбеҙ. Беҙ Уға бирелгән бәндәләрбеҙ, — тип. (85) Исламдан башҡа дин эҙләгән кешенең ҡылғандары ҡабул булмаҫ, ул Әхирәттә лә хәтәр зыянға-язаға дусар буласаҡ (ул отолоусыларҙан булыр). (86) Иманға килеп тә, Рәсүлдең хаҡ булғанлығына шаһитлыҡ ҡылып та, үҙҙәренә ап-асыҡ аяттар иңеп тә, һуңынан инҡарсылыҡҡа (Аллаһты, Пәйғәмбәребеҙҙе танымауға) кереп батҡан ҡәүемде Аллаһ нисек итеп ярлыҡаһын, ти? Аллаһ фәсиҡ-зиндиҡтарҙы тура юлға сығармаҫ. (87) Хаҡтыр, Аллаһтың, фәрештәләрҙең, бөтөн кешеләрҙең ләғнәте улар башына. Бына уларҙың язаһы шул булыр. (88) Улар бының эсендә (ләғнәттә һәм йәһәннәмдә) мәңгегә ҡаласаҡ. Уларҙың газаптары һис кисектерелмәҫ, еңеләйтелмәҫ, уларға иғтибар итеүсе лә булмаҫ. (89) Бынан һуң тәүбә итһәләр һәм тура юлға баҫһалар, башҡаса булыр. Сөнки Аллаһ, ысындан да, кәмселектәрҙе кисереүсе, киң күңелле, ярлыҡаусы. (90) Хаҡтыр, иманға килеп тә, һуңынан кәферлеккә күскәннәр, алға табан кәферлеген тағын да арттырғандарҙың тәүбәләре ҡабул ителмәҫ. Бына шулар инде аҙашҡан бәндәләр. (91) Хаҡтыр, кәфер итеүселәр һәм кәфер булараҡ үлгәндәр Ер йөҙөн тултырырҙай миҡдарҙағы алтындарын түләһә лә, саҙаҡалары ҡәтғи ҡабул булмаҫ. Бына шундай улар. Бик хәтәр ғазап уларҙың өлөшөҙөр. Уларҙың һис бер ярҙамсыһы ла булмаҫ. (92) Һеҙ һөйөклө әйберҙәрегеҙҙе (мал-мөлкәт, саҙаҡа, зәкәттәрегеҙҙе Аллаһ юлында) сарыф итмәһәгеҙ, изгелеккә ирешә алмаҫһығыҙ. Һеҙ нәмә сарыф иткәнегеҙ-итмәгәнегеҙҙе лә Аллаһ белеп тора.
93. Тәүрәт индерелгәнгә ҡәҙәр Исраилдың үҙенә ашарға ярамаған ризыҡтарҙан (дөйә ите, дөйә һөтөнән) башҡаһы Исраил улдарына харам түгел ине.
Әйт Һин:
— Әгәр ҙә һеҙ тура юлда икәнһегеҙ, Тәүрәтты алып килегеҙ ҙә уҡығыҙ, — тип. (94) Бынан һуң (йәғни Тәүрәтты уҡығандан һуң) Аллаһ аяттарына ҡаршы ялған уйлап сығарып һөйләһәгеҙ, һеҙ залимдар-зиндиҡтар булырһығыҙ. (95) Әйт:
— Аллаһ дөрөҫөн һөйләй, шуға күрә, Аллаһты бер тип белһәгеҙ, Ибраһим ышанған дингә йөҙ тотоғоҙ, ул мөшрик түгел ине, — тип.
96. Хаҡтыр, әҙәмдәр өсөн һалынған һәм тура юл күрһәтеүсе беренсе Йорт ул, әлбиттә, Мәккәләге Йорт (Кәғбәҙер).
97. Шунда ап-асыҡ аяттар, Ибраһим баҫҡан ерҙәр бар. Шунда кергән кеше именлектә булыр. Юлын тапҡан (көсө еткән, хәленән килгән) кешеләрҙе Аллаһ шунда (Хажға) барырга бурыслы итте. Берәйһе инҡар итә икән, Аллаһ уға (һәм ғәләмдәге бер нәмәгә лә) мохтаж түгел.
98. Әйт:
— Әй, китап тотҡан ҡәүем, һеҙ нимә генә ҡылһағыҙ ҙа, Аллаһтың, ысынлап та, барыһын да күреп торғанын беләһегеҙ, шулай булғас, ни өсөн Аллаһтың аяттарын инҡар итәһегеҙ? — тип.
99. Әйт:
— Әй, китап тотҡан ҡәүем, үҙегеҙ (Исламдың хаҡ дин икәнен китаптарығыҙҙан уҡыған килеш) күреп торған килеш, ни өсөн һеҙ иманлы кешеләрҙе Аллаһ юлынан яҙҙырырга тырышаһығыҙ, үҙегеҙ шунда кәмселек табырға маташаһығыҙ. Аллаһ ҡылғандарығыҙҙы белмәй түгел. (100) Әй, иман килтергәндәр, әгәр ҙә үҙҙәренә китап индерелгәндәр араһындағы төркөмдәргә баш эйәһе булһағыҙ, һеҙҙе иманығыҙҙан ваз кистереп, кәфер итәсәктәр. (101) Аллаһтың аяттарын уҡып торғанда, пәйғәмбәре лә арағыҙҙа ултырғанда, нисек итеп һеҙ Аллаһҡа кәфер итәһегеҙ? Кем Аллаһҡа (диненә) ныҡлап тотонһа, хаҡтыр, ул ысынлыҡта тура юлды тапҡан булыр. (102) Әй, иман килтергәндәр, Аллаһтың язаһынан нисек ҡурҡырға кәрәк булһа, шулай ҡурҡығыҙ. Һаҡ булығыҙ, мосолманлыҡтан башҡа хәлдә йән бирмәгеҙ (мосолман булып үлегеҙ). (103) Барығыҙ ҙа бер булып, Аллаһтың арҡанына (Ҡөрьәнгә, Ислам диненә) тотоноғоҙ, сөнки айырылғанда һеҙ бер-берегеҙгә дошман инегеҙ, Ул һеҙҙең күңелдәрегеҙҙе берләштерҙе. Уның ниғмәте арҡаһында ҡәрҙәштәр булдығыҙ һәм йәнә һеҙ аҫтында ут янып торған упҡындың ҡырыйында инегеҙ, унан һеҙҙе Ул ҡотҡарҙы. Аллаһ һеҙгә аяттарын бына шулай ап-асыҡ итеп аңлата. Моғайын, тура юлға ирешерһегеҙ. (104) Һеҙҙән шундай бер өммәт булырға тейеш, улар һәр кемде хәйерле эштәргә, изгелеккә өндәрҙәр, яманлыҡтан ваз кисергә саҡырырҙар. Бына шундайҙар мораҙҙарына ирешкән кешеләр булыр. (105) Һеҙ үҙҙәренә ап-асыҡ аяттар килгәндән һуң да талашып, айырылышып бөткәндәр кеүек булмағыҙ: бына шундайҙарҙың хәле бик тә яман буласаҡ. (106) Ул Көндө нисә йөҙҙәр (сырайҙар) аҡланыр, нисә йөҙҙәр ҡап-ҡара буласаҡ. Ҡара йөҙлөләргә килгәндә:
— Иманығыҙҙан ваз кистегеҙ бит, бына кәферлегегеҙгә тамам ғазап татығыҙ, — тип әйтеләсәк. (107) Йөҙҙәре аҡ булғандар иһә Аллаһтың рәхмәтенә юлығасаҡ. Улар шул рәүештә мәңгегә шунда (йәннәттә) ҡаласаҡ.
108. Былар Аллаһтың хаҡ аяттары, уларҙы һиңә укыйбыҙ. Аллаһ бәндәләренә хаҡһыҙлыҡ ҡылырға һис тә теләмәй.
109. Күктәрҙә нимә бар, Ерҙә нимә бар — бөтөнөһө Аллаһтыҡылыр. Бөтөн эштәр ҙә Аллаһ ҡаршыһына килтерелер. (110) Һеҙ — кешеләрҙең именлеге өсөн (Ләухел Мәхфүздә һайланып) донъяла мәртәбәгә күтәрелгән иң изгелекле бер ҡәүем. Изгелеккә өндәп, яманлыҡтан ваз кисергә саҡырҙығыҙ. Аллаһҡа ышанаһығыҙ. Китаплы кәферҙәр ҙә шулай ышанһа ине, үҙҙәре өсөн хәйерлерәк булыр ине лә бит. Улар араһында ла иман килтергәндәр бар. Ләкин уларҙың күбеһе фәсиҡтәр.
111. Улар рәнйетеүҙән башҡа һеҙгә һис бер нәмә эшләй алмаҫ. Әгәр һеҙҙең менән һуғыша башлаһалар, улар табандарын ялтыратып ҡасасаҡтар. Һуңынан уларға ярҙам итеүсе булмаҫ. (112) Улар ҡайҙа ғына булһалар ҙа ҡотола алмаҫ, сөнки уларға еңелеү тамғаһы ебәрелгән инде. Тик, улар Аллаһтың бауына (Ҡөрьәнгә) тотонһондар, кешеләргә (мөьминдәргә) һыйынһындар. Улар Аллаһтың әсе ҡәһәренә дусар булды. Өҫтәренә меҫкенлек һирпелде. Бының сәбәбе шулдыр, Улар Аллаһтың аяттарын инҡар итеп, кәфер булдылар, пәйғәмбәрҙәрҙе хаҡһыҙға үлтерҙеләр. Буйһонмағандары өсөн һәм енәйәт ҡылғандары өсөн (Беҙ кәферҙәрҙе язаға тоттоҡ). (113) Уларҙың барыһы ла бер түгелдер. Китаплыларҙың араһында диндә ныҡ баҫып тороусы өммәт тә барҙыр, улар тәүлек сәғәттәрендә сәждәгә китеп, Аллаһтың аяттарын уҡыйҙар. (114) Аллаһҡа һәм Әхирәт көнөнә ышанғандар, изгелеккә өндәүселәр, яманлыҡтан ваз кистереүселәр, изгелекле эштәрҙә ярышыусылар — бына шулар изгеләрҙер. (115) Улар ни ҡәҙәр хәйерле эш ҡылһалар, әлбиттә, Уның әжеренән мәхрүм ҡалмаҫтар. Аллаһ тәҡүә кешеләрҙе яҡшы белә. (116) Хаҡтыр, Ул (Аллаһ) кәфер иткәндәрҙе уларҙы малдары ла, балалары ла, һис бер нәмәнән (Аллаһтың ғазабынан) ҡотҡара алмаҫ. Улар—йәһәннәм әһелдәре. Улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ. (117) Кәфер кешеләрҙең был донъяла халыҡҡа (ихласһыҙ) биргән малдары (саҙаҡалары) һалҡын елгә оҡшаштыр, ул ел үҙ-үҙҙәренә золом итеүсе ҡәүемдең игендәрен һәләк итте. Аллаһ уларға золом итмәне, улар үҙҙәренә үҙҙәре золом килтерҙе.
118. Ий, иман килтергәндәр, үҙ тоҡомоғоҙҙан (мосолмандарҙан) башҡаларҙы дуҫ итмәгеҙ. Улар (кәферҙәр) һеҙгә яманлыҡ һәм хөсөтлөк ҡылыу эштәрендә әҙер буласаҡтар, улар һеҙҙең бәләгә тарығанығыҙҙы көтөр. Хаҡтыр, уларҙың нәфрәте боғаҙҙарынан сыҡты. Күңелдәрендәгеһе (хөсөтлөк) тағын да яманыраҡ. Уйлай белгәндәр өсөн беҙ аяттарыбыҙҙы асыҡ итеп индерҙек. (119) Бына һеҙ уларҙы яратаһығыҙ, улар һезҙҙе яратмай. Һеҙ китаптарҙың барсаһына инанаһығыҙ, улар һезҙҙең менән бергә булғанда ғына: «инанабыҙ», тип әйтәләр. Үҙ-ара ҡалған саҡтарында улар зәһәрлектәренән бармаҡтарын сәйнәй башлайҙар. Әйт уларға:
— Асыуығыҙҙан шартлағыҙ! — тип.
Шөбһәһеҙ, Аллаһ уларҙың эсендә нимә бар, барыһын да белеп тора.
120. Һеҙгә яҡшылыҡ килһә, улар ҡара көйә. Һеҙгә берәй бәлә килһә, улар ҡыуана. Әгәр һеҙ сыҙам булһағыҙ, гөнаһтарҙан һаҡланһағыҙ, уларҙың хәйләләре һеҙгә һис нисек тә зарар килтерә алмаҫ. Шөбһә юҡ, нимә ҡылһалар ҙа, Аллаһ гөнаһлыларҙы (язаһы менән) сорнап алыусыҙыр.
121. Бына һин мосолмандарҙы һуғыш өсөн уңайлы урындарға теҙергә тип, иртән иртүк өйөңдән сығып киттең. Ысынлап та, монафиҡтар, кәферҙәр нимә ҡылһа ла, Аллаһ барыһын да мөкәммәл ишетеп, белеп тороусы.
122. Шул ваҡытта һеҙҙең аранан ике ғәскәр ҡурҡыуға төштө. Аллаһ уларға ярҙам итте. Мөьминдәр фәҡәт Аллаһҡа ғына ышанырға тейештәр.
123. Хаҡтыр, һеҙ Бәдер һуғышында көсһөҙ һәм ҡаушаған инегеҙ, Аллаһ һеҙҙе еңеүгә ирештерҙе. Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ, Уға шөкөр итегеҙ. (124) Шул ваҡытта һин мөьминдәргә:
— Индерелгән өс мең фәрештә менән Раббыбыҙҙың ярҙамы һеҙгә етмәйме ни? — тип әйттең. (125) Әлбиттә, һеҙ түҙемлек менән Аллаһ юлында булһағыҙ, көтөлмәгәндә (дошман) һөжүм(е) булһа, Раббыбыҙ һеҙгә һайлап алынған биш мең фәрештә менән ярҙам итәсәк. (126) Аллаһ быны (фәрештәләр менән ярҙам итеүҙе) фәҡәт һеҙҙе ҡыуандырыр өсөн һәм күңелегеҙ тынысланһын, тип эшләне. Еңеү, хөкөм һәм хикмәттәрҙең хужаһы бары тик Аллаһтыр.
127. Кәферҙәрҙең бер өлөшөн сабып үлтерһендәр тип, уларҙың икенсе өлөшө баштары аҫҡа килһен, мораҙҙарына ирешә алмайынса, ҡасһындар тип. (Мин һеҙгә ярҙам иттем.)
128. Бәндәләремдең эштәрендә һинең һис бер ҡатнашың юҡ. Аллаһ уларҙың тәүбәһен ҡабул итер йәки уларҙы, залим булғандары өсөн, ғазаптарға һалыр. Сөнки улар ысындан да залим.
129. Күктәрҙә нимә бар, Ерҙә нимә бар — бөтөнөһө лә Аллаһтың милке. Кемде теләй, шуны ярлыҡай Ул, кемде теләһә, шуға яза бирә. Аллаһ киң ихтыярлы, ярлыҡаусы, ысынлап та, гөнаһтарҙы кисереүсеҙер.
130. Әй, иман килтергәндәр, рибаны ҡат-ҡат арттырып алмағыҙ. Аллаһтың нәфрәтенән ҡурҡығыҙ. Шулай булғанда, мораҙығыҙға ирешерһегеҙ.
(Риба — әжәткә биреп торған аҡса, мал өсөн арттырып түләтеү, ломбард, процент аҡсаһы, ростовщиклыҡ.)
131. Кәферҙәр өсөн әҙерләнгән уттан (йәһәннәмдән) һаҡланығыҙ. (132) Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәргә итәғәт итегеҙ, ярлыҡау һәм рәхмәткә ирешерһегеҙ. (133) Раббыбыҙҙың ярлыҡауына һәм тәҡүә мосолмандар өсөн әҙерләнгән йәннәткә, күктәр һәм Ер кеүек иркен урынға ынтылығыҙ.
134. Улар — саф мосолмандар; муллыҡта ла, юҡлыҡта ла йомарт булғандар, асыу һаҡламаусылар, кешеләрҙең кәмселектәрен кисерә белеүселәр (өсөн ул йәннәт). Аллаһ изгелек ҡылғандарҙы ярата.
135. Боҙоҡ эштәре менән гөнаһлы булғандарҙы, үҙҙәренә үк насарлыҡ эшләгәс, һуңынан Аллаһты иҫкә төшөрөп, тәүбә итеп, гөнаһтарын ярлыҡауҙы теләгәндәрҙе Аллаһ ярлыҡар. Аллаһтан башҡа уларҙы кем ярлыҡар? (Әлбиттә), улар гөнаһ ҡылыуҙарын күрәләтә дауам итмәһәләр. (136) Бына уларға шундай әжер -Аллаһтың ярлыҡауыҙыр: гөл-баҡсалар араһында ағып ятыусы шишмәләр изгелек ҡылғандар өсөн ғайәт гүзәл бүләк һәм улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ.
137. Ысынлыҡта һеҙҙән әүүәл бик күп ғибрәтле ваҡиғалар, илаһи ҡанундар булып уҙған ине инде. Шуға күрә, Ер йөҙө буйлап сәйәхәт итегеҙ, (аяттарҙы) ялған тип иҫәпләгәндәрҙең хәле нисек булғанын күрерһегеҙ (ғибрәт алырһығыҙ!).
138. Был (Ҡөрьән) кешеләр өсөн бер хәбәрҙер, (яманлыкҡтарҙан) һаҡланыу өсөн диндар кешеләргә бер ҡотолоу юлы һәм өгөт-нәсихәттер.
139. (Мосолмандар) ҡаушамағыҙ, хафаланмағыҙ, әгәр ҙә һеҙ мөьмин-мосолман икәнһегеҙ, һеҙ барыһынан да өҫтөн булырһығыҙ.
140. Әгәр ҙә һеҙ (Ухуд һуғышында) яраланған булһағыҙ, (Бәдер һуғышында) башҡа ҡәүемгә лә (кәферҙәргә) шундай уҡ хурлыҡ килгән ине. Ул көндәрҙе беҙ сиратлаштырып торорбоҙ. (Бер көндө кәферҙәр еңер, икенсе көндө мосолмандар еңеүсе булыр.) Аллаһ иман килтергәндәрҙе асыҡлаһын өсөн һәм арағыҙҙан шаһидтар һәм шаһиттар һайлаһын өсөн, кәферҙәрҙе (морҙар ҡылып), һәләк итһен өсөн шулай хуп күрҙе. Аллаһ ғәҙелһеҙҙәрҙе яратмай.
(«Иман килтергәндәрҙе асыҡлаһын өсөн» ғибәрәһе «ли йәғләмә»нең мәғәнәһен аңлатаҙыр. Аллаһтың мәңгелек ғилеме менән мосолманды кәферҙән айыра белергә тейешлебеҙ. Шуның сәбәбе менән «шаһидтар» мәғәнәһендә килеүсе «шүһәдә» һүҙен «шаһиттар» тип тә тәржемә итәләр».
Ибраһим Дөнмәз тәфсиренән.)
141. Аллаһ иман килтергәндәрҙе гөнаһтарҙан тыйылып, паҡлыҡҡа сығарыр өсөн, кәферҙәрҙе һәләк итер өсөн шулай эшләне.
142. Юҡһа, һеҙ Аллаһ юлында (Жиһадта, Ғәзәүәттә) һуғышҡандар менән һуғышмағандарҙы, түҙемлектәр кисергән сабырҙарҙы асыҡламайынса ғына, Аллаһ һеҙҙе йәннәткә кертер, тип уйлайһығыҙмы?
143. Ысынлап та, әжәл килгәнсе үк үлем (шаһидлыҡ) теләнегеҙ, бына инде һеҙ бер ҡарауҙа уҡ үлемде (күрҙегеҙ) татынығыҙ.
144. Мөхәммәд ул — фәҡәт пәйғәмбәр генә. Унан элек тә әллә нисә пәйғәмбәр (был донъяға) килеп киткән ине. Хәҙер ул үлһә йәки үлтерелһә, баҫҡан ерегеҙҙән кирегә боролорһоғоҙмы? (Йәнә кәфер булырһығыҙмы?) Кем дә кем иманын ташлап, динһеҙлеккә күсә икән, Аллаһҡа һис бер зарар ҡыла алмаҫ. Аллаһ шөкөр иткәндәр һәм сабыр-сыҙам булғандарға әжер бирәсәк.
145. Аллаһтан хәбәр иңмәйенсә, һис бер кемгә әжәл килмәҫ; (үлем) тәҡдирҙә яҙып ҡуйылған сәғәттә генә килер. Кем дә кем был донъяла ниғмәт-сауап теләһә — бирербеҙ, кем иһә Әхирәт сауабын теләһә, уны ла бирербеҙ. Беҙ шөкөр итеүселәргә әжер бирәбеҙ.
146. Күпме пәйғәмбәрҙәр килеп китте, улар менән иңгә иң ҡуйып, күпме мөьминдәр (Жиһад юлында) һуғышты, улар Аллаһ юлындағы көрәштәрҙә ҡурҡаҡ һәм ваҡ йәнле булманылар, (дошманға) буйһонманы. Аллаһ сыҙамдарҙы ярата. (147) Бына улар әйткән һүҙ:
— Йә, Раббыбыҙ, беҙҙең гөнаһтарыбыҙҙы һәм эшебеҙҙә сиктән ашҡан хаталарыбыҙҙы ярлыҡа. (Һуғышҡанда) теҙ быуындарыбыҙҙы нығыт. Кәферҙәргә ҡаршы беҙгә ярҙамсы бул, — тигәндәренән башҡа һүҙ юҡ. (148) Ниһайәт, Аллаһ уларға һәм донъя ниғмәтен (мал, шәрәф, дан-шөһрәт), һәм Әхирәт сауабының гүзәллеген бирҙе. Аллаһ изгелекле ғәмәлдә булғандарҙы ярата.
149. Әй, иман килтергәндәр, әгәр кәфер иткәндәргә буйһонһағыҙ, улар һеҙҙе иманығыҙҙан яҙҙырып, яңынан кәфер яһарҙар һәм хәтәр бәләләргә тарығандар хәленә төшөрөрҙәр.
150. Хаҡтыр, һеҙҙең ярҙамсығыҙ Аллаһтыр. Ул — ярҙам итеүселәрҙең иң хәйерлеһе.
151. Беҙ кәферҙәрҙең күңелдәренә ҡурҡыу һалдыҡ, сөнки улар, Аллаһтан әмер килмәгән көйөнсә, Аллаһҡа тиңдәш итеп мәхлүҡҡә табына. Уларҙың барасаҡ ере лә йәһәннәмдер. Ғәҙелһеҙ залимдарҙың бараһы ере бик тә хәтәр урын.
152. Аллаһ һеҙгә биргән вәғәҙәһен үтәне. Аллаһ ярҙамы менән һеҙ кәферҙәрҙе еңә башланығыҙ. Ниһайәт, шундай бер форсат асылды, Аллаһ теләгегеҙҙе (еңеүгә ынтылышығыҙҙы) башҡарырға һеҙгә мөмкинлек бирҙе, ләкин һеҙ ҡаушап ҡалдығыҙ. (Пәйғәмбәрҙең) әмере хаҡында тартҡылаша башланығыҙ. Һеҙҙең донъя теләктәрегеҙ ҙә, Әхирәт теләктәрегеҙ ҙә бар ине. Һуңынан Аллаһ һеҙҙе һынап ҡарау өсөн (бер-берегеҙгә кемдең кем икәнен күрһәтер өсөн) һеҙҙе уңыштан ситкә борҙо һәм Ул һеҙҙе ғәфү итте. Аллаһ ысынлыҡта мосолмандарға миһырбан эйәһелер.
153. Ул ваҡытта һеҙ, күҙегеҙгә аҡ-ҡара күренмәҫтән (һуғыш майҙанынан) тауға табан ҡаса инегеҙ. Пәйғәмбәр иһә һезҙҙең артығыҙҙан (минең янға йыйылығыҙ, тип) ҡысҡырып ҡалды. Шуға күрә, Аллаһ һеҙҙе әфәт өҫтөнә әфәт биреп язаланы. Ҡулығыҙҙан ысҡынғанға (ғәнимәт малына) ла, башығыҙға төшкәнгә лә ҡайғырмағыҙ. Аллаһ һеҙ нимә ҡылһағыҙ ҙа белеп тора.
(Ғәнимәт - һуғышта еңелгән дошмандың, дәүләттең малын еңеүселәр ала. Бына шул мал «ғәнимәт» тип атала. Һуғышта үлтерелгән дошмандың шәхси әйберҙәрен: атын, ҡоралдарын, ҡатындарын еңеүсе ала. Бына шулар «үлжә» тип атала. Урыҫсаһы -трофей.)
154. Һуңынан, ҡайғынан һуң, Ул һеҙгә тыныс йоҡо бирҙе, бер төркөмөгөҙҙө йоҡо алды, икенселәрегеҙҙең күңеленә шом кереп ятты. Улар Аллаһ хаҡында жәһилийәт заманындағы кеүек (Ҡөрьән ингәнсегә тиклем ваҡыттағы кеүек) кәфер фекер йөрөтә башланы:
— Был эштән беҙгә ниндәй файҙа? — тинеләр. Әйт һин уларға:
— Барса эштәр ҙә Аллаһтыҡы, — тип.
Улар күңелдәрендә һиңә әйтмәгән мәкер һаҡлайҙар. Улар:
— Был эштәрҙән беҙгә файҙа булһа, беҙ был урында үлтерелмәгән дә булыр инек, — тип әйтәләр.
Шулай ҙа, һеҙ өйҙәрегеҙҙә ҡалған булһағыҙ ҙа, тәҡдиренә үлтереләсәге яҙылған булғандар, үлтереләсәк урынға үҙҙәренән үҙҙәре сығып киткән булырҙар ине. Аллаһ эсегеҙҙәге мәкерле уйларығыҙҙан арындырыу һәм күңелдәрегеҙҙе пакландырыу өсөн шулай ҡылды. Күңелдәрегеҙҙә нимә бар – бөтөнөһөн дә Аллаһ белеп тора.
155. Хаҡтыр, (Ухуд һуғышында) ике ғәскәр ҡара-ҡаршы килгән көндө һеҙҙе ташлап ҡасҡандарҙы ҡайһы бер хаталары арҡаһында шайтан абындырҙы. Йәнә лә Аллаһ уларҙы ғәфү итте инде. Аллаһ ярлыҡаусы , сабыр һәм баҫынҡы.
156. Ий, иман килтергәндәр, һеҙ кәфер итеүселәр һәм донъя буйлап сәфәргә сыҡҡан йәки һуғышта ҡатнашҡан ҡәрҙәштәре хаҡында:
— Әгәр беҙҙең янда (өйҙә) ҡалған булһалар, үлмәгән булырҙар ине, уларҙы үлтермәгән булырҙар ине, — тип әйтеүселәр кеүек булмағыҙ.
Аллаһ быны, уларҙың йөрәктәре хәсрәткә талһын, тип башҡарҙы. Йәнде индергән дә, йәнде алған да — Аллаһтыр. Һеҙ ҡылғандарҙың барыһын да Аллаһ күреп торор. (157) Әгәр Аллаһ юлында үлтерелер йәки үләр булһағыҙ, шуны белеп тороғоҙ, Аллаһтың ярлыҡауы һәм рәхмәте улар йыйған бөтөн байлыҡтан да хәйерлерәктер. (158) Ысынлап та, үлһәгеҙ йәки үлтерелһәгеҙ ҙә Аллаһ хозурында йыйыласаҡһығыҙ. (159) Аллаһтың рәхмәте менән һин уларға миһырбанлы булдың, әгәр ҙә һин уларға рәхимһеҙ булһаң, һис шикһеҙ, улар һинән ҡасыр ине. Уларҙы һин кисер инде. Уларҙың гөнаһтары кисерелһен, тип доға ҡыл, улар менән кәңәшләшеп эш башла. Ныҡлы бер ҡарарға килһәң дә, Аллаһҡа тәүәкәллә. Сөнки Аллаһ Үҙенә тәүәкәлләгәндәрҙе ярата.
160. Аллаһ һеҙгә ярҙам итеп торғанда һеҙҙе һис кем еңә алмаҫ. Әгәр Ул һеҙҙе ташлаһа, унан башҡа һеҙгә кем ярҙам итер? Мөьминдәр бары тик Аллаһҡа ғына таянырға тейеш.
161. Пәйғәмбәр аманатҡа хыянат итмәҫ. Кем аманатҡа хыянат итһә, Ҡиәмәт көндө шул хыянат йөгөн күтәреп, Аллаһ хөкөмөнә килер. Һуңынан һәр кем изгелегенә күрә сауап, һәр кем үҙ гөнаһаһына теүәл яза алыр, һис кем хаҡһыҙға артығы менән язаланмаҫ.
162. Аллаһтың ризалығына эйәргән кеше менән Аллаһтың асыуына дусар булған кеше тигеҙ булырмы? Һуңғыһының урыны йәһәннәмдер. Йәһәннәм иһә бик тә хәтәр урындыр.
163. Уларға (Аллаһ ризалығын алғандарға) Аллаһ ҡатында дәрәжәләр бар. Аллаһ уларҙың ҡылғандарын күреп тороусы.
164. Хаҡтыр, (жәһиллек заманндарында) ап-асыҡ һәм мотлаҡ аҙашҡан булһалар ҙа, үҙ араларынан пәйғәмбәр һайлап, Аллаһ мөьминдәргә ғәйәт киң рәхмәтле булды. Пәйғәмбәр уларға Аллаһ аяттарын уҡый, уларҙы яманлыҡтарҙан арындыра, уларға Китапты (Ҡөрьәнде) һәм хикмәттәр өйрәтә.
165. (Бәдер һуғышында дошманығыҙ башына) ике ҡат бәлә килтерҙегеҙ, (Ухуд һуғышында) үҙегеҙгә ҡайғы килгәс, һеҙ:
— Был ҡайғы ҡайҙан (ни өсөн) килде? — тип әйттегеҙ. Әйт һин:
— Ул ҡайғы үҙегеҙҙән, — тип. Шөбһәһеҙ, Аллаһтың ҡөҙрәте һәр нәмәгә етә.
166. Ике ғәскәр ҡапма-ҡаршы һуғышҡанда һеҙгә килгән ҡайғы (еңелеүегеҙ) Аллаһ ихтыяры менән булды. Ысын мөьминдәрҙең кем икәнен асыҡлар өсөн. (167) Һәм монафиҡтарҙың ысын йөҙөн асыу өсөн ине. Уларға:
— Килегеҙ, Аллаһ юлында һуғышығыҙ йәки үҙегеҙҙе ҡотҡарыу яғын ҡарағыҙ, — тип әйтелде. Улар:
— Һуғыша белһәк, һеҙгә эйәргән булыр инек тә, — тинеләр. Улар ул көндө иманлы булыуға ҡарағанда, кәферлеккә яҡыныраҡ тора ине. Күңелдәрендә булмағанды улар ауыҙҙары менән һөйләп торҙолар. Әммә, Аллаһ уларҙың күңелендәге йәшерен уйҙарын белеп тора. (168) Үҙҙәре һуғышҡа бармайынса, һуғышҡа киткән туғандары тураһында:
— Беҙҙең һүҙҙе тотҡан булһалар, үлтерелмәгән булырҙар ине, — тип һөйләүселәргә әйт:
— Әгәр ҙә һеҙ, ысындан да, хаҡлы икәнһегеҙ, улайһа, үҙегеҙгә килә торған үлемде лә кире бороғоҙ, (ҡулығыҙҙан килһә), — тип. (169) Аллаһ юлында һәләк булғандарҙы (шаһидтарҙы) һин үлгәнгә иҫәпләмә. Киреһенсә, улар тереҙер һәм Раббы янында ризыҡлыҙыр. (170) Аллаһ рәхмәте менән бирелгән ниғмәттәр өсөн ҡыуанып, уларҙан һуң да киләсәк шаһидтар хаҡында:
— Уларға һис бер ҡурҡыныс булмаҫ, уларға ҡайғы-яза ла булмаясаҡ, — тип ҡауышыуҙан алдан уҡ хисләнеп, һөйөнәләр. (171) Улар Аллаһтан килгән ниғмәттәргә һәм уның йомартлығына һөйөнәләр. Иман килтереп, изге ғәмәлдәр ҡылғандарға тейәсәк әжерҙе Аллаһ йуймаҫ. (172) (Ухуд һуғышында) йәрәхәтләнгәндән һуң Аллаһтың һәм Пәйғәмбәрҙең өндәүен ҡабул итеп, изгелек ҡылғандар, тәҡүә, диндар булғандар өсөн бик ҙур әжер буласаҡ.
173. Бер төркөм кешеләр мөьминдәргә:
- Дошмандарығыҙ һеҙгә ҡаршы ғәскәр тупланы, бер үк һаҡ булығыҙ, — тип әйткәс, мөьминдәрҙең иманы тағын да арта төштө, улар әйтте:
— Аллаһтың ярҙамы беҙгә етәр, Ул яҡшы (ярҙамсы) вәкилдер.
174. Шулай итеп, улар үҙҙәренә һис бер зыян килтермәйенсә, Аллаһтың йомартлығы биргән ниғмәттәрҙе төйәп ҡайтты. Улар Аллаһтың ризалығына лайыҡ булды. Аллаһ — миһырбан һәм йомартлыҡ эйәһеҙер.
175. Ысынлыҡта иһә, мосолмандарҙы (кәфер ғәскәре килә, тип) үҙ дуҫтары менән ҡурҡытыусы шайтандыр. Иманлы булһағыҙ, уларҙан ҡурҡмағыҙ, бары тик Минең язамдан ғына ҡурҡығыҙ.
176. Кәферлектә ашҡынып ярышыусыларға ҡарап, һин хафаланма. Улар Аллаһҡа һис бер зарар килтерә алмаҫ. Әхирәт көнөндә Аллаһ уларға яҡшы өлөш сығармаҫ. Уларға бик тә хәтәр яза әҙерләнгән.
177. Шуныһы хаҡтыр, иманын һатып, кәфер булғандар Аллаһҡа һис бер зарар ҡыла алмаҫ. Улар өсөн хәтәр ғазап әҙерләнгән.
178. Кәфер иткәндәр (язалары кисектерелгәнгә күрә) үҙҙәре өсөн хәйерле, тип яңғылышмаһындар. Гөнаһтарын арттыра төшһөн тип, Аллаһ уларға форсат бирә. Уларға хәтәр ғазап бар.
179. (Ий, монафиҡтар!) Яҡшыны ямандан айырмайынса, Аллаһ мөьминдәрҙе һеҙ йәшәй торған хәлдә ҡалдырмаҫ. Һуңынан нәжесте пактан айырасаҡ. Аллаһ һеҙгә күҙ күрмәҫ йәшерен серҙәр менән таныштырмаҫ. Ләкин Аллаһ пәйғәмбәрҙәрҙе үҙе теләгән кешеләр араһынан һайлап ала. Аллаһҡа һәм уның рәсүлдәренә иман килтерегеҙ. Иман килтерһәгеҙ, (тәҡүә, диндар булһағыҙ) һеҙҙең өсөн ғәләмәт ҙур әжер әҙерләнгән.
180. Аллаһтан ниғмәттәр алып та, һаран булған кешеләр: һаранлығыбыҙ үҙ файҙабыҙға, тип уйламаһындар, киреһенсә, был (һаранлыҡ) улар өсөн бик тә насар булып сығасаҡ. Һаранлыҡтарына күрә, йыйылған малдары Ҡиәмәт көнөндә уларҙың муйындарына сорналасаҡтыр. Күктәрҙең, Ерҙең мираҫы — Аллаһтыҡылыр. Аллаһ һеҙ ҡылғандарҙан хәбәрҙарҙыр. (181) Ысындыр, уларҙың:
— Аллаһ — фәҡир, беҙ — бай, — тигән һүҙҙәрен Аллаһ ишетте.
Беҙ улар әйткәнде лә яҙып ҡуйырбыҙ һәм уларҙың хаҡһыҙға пәйғәмбәрҙәрҙе үлтергәндәрен дә теркәрбеҙ һәм әйтәсәкбеҙ:
— Татығыҙ шул утта яныу ғазабын! (182) Был (утта яныу) донъяла саҡта үҙ ҡулдарығыҙ менән ҡылғандарығыҙ (гөнаһтарығыҙ) өсөн түләүҙер. Аллаһ (урынһыҙға) ҡолдарын рәнйетмәҫ. (183)
— Дөрөҫө шул, Күктән ингән ут көйҙөрөп, күмергә әйләндерерҙәй бер ҡорбан алып килмәһә, Аллаһ беҙгә һис бер пәйғәмбәргә ышанмаҫҡа бойорҙо, — тигән (кәферҙәргә) былай әйт:
— Һеҙгә минән алда мөғжизәләр һәм һеҙ теләгәндәр менән бергә нисә пәйғәмбәр килде. Әгәр ҙә һеҙ хаҡ әҙәмдәр икәнһегеҙ, ни өсөн уларҙы үлтерҙегеҙ? — тип.
(Кәферҙәр Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе үҙҙәренең, йолаларын үтәргә өндәйҙәр. Йәғни, әгәр Мөхәммәд кәферҙәргә ҡорбан килтереп, кәферҙәр ул ҡорбанды салып, утта яндырып, уйҙырма илаһтәренә ғийбәҙәт ҡыласаҡ һәм шунан һуң улар Мөхәммәднең пәйғәмбәрлегенә иман килтерәсәк, имеш.)
184. (Рәсүлем!) Әгәр ҙә Һине ялғансыға сығарһалар, (хафаланма) ысынлыҡта, һинән элек ап-асыҡ мөғжизәләр, яҙыуҙар һәм һеҙҙең күңел күҙегеҙҙе аса торған китап килтергән нисә пәйғәмбәрҙәрҙе лә улар ялғансыға һананылар.
185. Һәр йән эйәһе үлемде татыйасаҡ. Ҡиәмәт көнөндә (донъяла) ҡылғандарығыҙға тамам итеп әжер биреләсәк. Кемдер йәһәннәмдән йыраҡҡа ебәрелеп, йәннәткә барып урынлашһа, ул ысынлап та мораҙына ирешкән булыр. Был донъялағы тормош иһә ҡоро ҡыуаныс ҡына.
186. Ысынлап та, малдарығыҙ һәм йәндәрегеҙ арҡаһында һеҙ һынауға дусар, һеҙҙән элек килгән Китаплы ҡәүемдән һәм күп илаһкә табыныусыларҙан һеҙ байтаҡ ҡына рәнйетеүле һүҙҙәр ҙә ишетерһегеҙ. Әгәр шуларға сабыр итер булһағыҙ, тәҡүә, диндар булһағыҙ, хаҡтыр, иң гүзәл ғәмәл шул булыр.
187. Аллаһ Китаплы ҡәүемде:
— Уны (Китапты) кешеләргә аңлатып бирәсәкбеҙ, уны кешеләрҙән йәшереп тотмаясаҡбыҙ, — тип ант иттерҙе. Улар иһә Китапты артҡа ташланылар. Уны донъя малына һаттылар. Уларҙың был алыш-бирештәре ни ҡәҙәр яман ғәмәлдер. (188) Ҡылғандарына шатланыусы, ҡылмағандары өсөн дә маҡталырға теләүселәр ғазаптан ҡотолдоҡ, тип яңғылышмаһындар, һин дә (уларҙы ғазаптан ҡотолдо тип) уйлама. Улар өсөн хәтәр яза бар. (189) Күктәрҙең һәм Ерҙең хөкөмдары Аллаһтыр. Аллаһтың ҡөҙрәте һәр нәмәгә етә. (190) Күктәрҙең һәм Ерҙең яралтылышында, төн менән көндөң сиратлашыуында аҡылы сәләмәт кеше өсөн, ысынлап та, ғибрәт биреүсе дәлилдәр бар.
191. Улар (мосолмандар) аяҡ өҫтө тороп та, ултырып та, янға ятҡан килеш тә Аллаһты зикер итәләр, күктәрҙең һәм Ерҙең яралтылышы хаҡында тәрән фекерләйҙәр, (һәм әйтәләр):
— Раббыбыҙ! Һин быларҙы бушҡа ғына яралтманың. Һине тәсбих итәбеҙ (маҡтайбыҙ, Һин барса кәмселектәрҙән пакһың). Беҙҙе йәһәннәм ғазабынан ҡотҡар! (192) Йә, Раббыбыҙ! Дөрөҫтөр, Һин йәһәннәмгә керткән кеше рисуай (хур) була. Ғәҙелһеҙ кешеләрҙең ярҙамсыһы булмаҫ. (193) Йә, Раббыбыҙ! Дөрөҫтөр, беҙ:
— Раббығыҙға инанығыҙ! — тип иманға өндәүсене (Пәйғәмбәрҙе, Ҡөрьәнде) ишеттек һәм шунда уҡ иман килтерҙек. Инде беҙҙең гөнаһтарыбыҙҙы кисер, яманлыҡтарыбыҙҙы ярлыҡа, йәнебеҙҙе изгелеклеләр иҫәбенән ал, йә, Раббыбыҙ. (194) Раббыбыҙ! Беҙгә пәйғәмбәрҙәрең аша вәғәҙә иткән йәннәтте бир, Ҡиәмәт көнөндә беҙҙе хурлыҡҡа ҡалдырма (рәхмәтеңдән ташлама), шик юҡ, Һин һүҙеңдә торорһоң.
195. Шулай итеп, Аллаһ уларҙың доғаларын ҡабул итте. (Һәм әйтте):
— Ирҙәрҙән булһын, булһын ҡатындарҙан, мин улар ҡылған ғәмәлде юҡҡа сығармаясаҡмын, ғәмәлдә барығыҙҙа бер тигеҙ. Улар һижрәт иттеләр (ватандарынан күсеп китергә мәжбүр булдылар), йорттарынан ҡыуылдылар, Минең юлымда яфалар күрҙеләр, һуғыштылар, үлтерелделәр, хаҡтыр, Мин дә уларҙың гөнаһтарын ярлыҡармын һәм уларҙы баҡсаларында шишмәләр ағып торған йәннәткә кертәсәкмен. Был бүләк Аллаһ тарафынандыр. Ниғмәттәрҙең иң күркәмдәре Аллаһ хозурындалыр.
196. (Аллаһты, Ҡөрьәнде, Пәйғәмбәрҙе танымаусы инҡарсылар, йәғни) кәферҙәрҙең ил буйлап йөрөгәндәре (сауҙа менән байығандары) һине ҡыҙыҡтырмаһын. (197) Әҙ файҙаҙыр (йәғни ул ваҡытлыса ғына байлыҡтыр), һуңынан уларҙың барасаҡ ере — йәһәннәмдер. Ул ҡот осҡос хәтәр урын.
198. Әммә Раббынан (гөнаһлы булыуҙан) ҡурҡҡандар өсөн Аллаһ тарафынан әжер булараҡ, баҡсаларында шишмәләр ағып ятҡан мәңгелек йәннәттәр ҡоролған, улар — шунда ҡаласаҡ. Аллаһтың һый табыны шул булыр. Улар өсөн Аллаһ хозурындағы ниғмәттәр тағын да сифатлыраҡтыр.
199. Китаплы халыҡ араһында шундай кешеләр ҙә барҙыр, Аллаһҡа, һеҙгә индерелгән (Ҡөрьәнгә) һәм дә үҙҙәренә индерелгәнгә ышанып, Аллаһҡа буйһоноп, иман килтергәндәр бар, әлбиттә. Улар Аллаһтың аяттарын донъя малына һатмаҫтар. Бына шундайҙар өсөн Раббы ҡаршыһында әжерҙәр бар. Шөбһәһеҙ, Аллаһ иҫәп-хисапты тиҙ тотор.
200. Ий, иман килтергәндәр! Сабыр итегеҙ, (дошман ҡаршыһында) сыҙам булығыҙ, (Жиһад өсөн) әҙерлекле һәм уяу булығыҙ һәм Аллаһ ҡаршыһында (гөнаһ эшләүҙән) ҡурҡығыҙ, уңышҡа ирешерһегеҙ.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.