From Wikipedia, the free encyclopedia
Әжеғол (рус. Азигулово) — Свердловск өлкәһенең Әртә ҡала округына ҡараған ауыл. Әжеғол ауыл биләмәһе составына инә[1].
Ауыл | |
Әжеғол | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Телефон коды | 34391 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
66, 96 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Тораҡ пункт Өфө йылғаһының һул ярында Әртә ҡала тибындағы ҡасабанан — райондың хакимиәт үҙәгенән төньяҡ-көнбайышҡараҡ 19 километрҙа урынлашҡан[2]. Екатеринбургтан — 145 километр алыҫлыҡта ята[3].
Әжеғолда, бөтә Свердлов өлкәһендәге кеүек, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[4]. |
Әжеғол ауылына 1655 йылда нигеҙ һалынған. 1650-се йылдарҙа бында Аҙнабай исемле ир ғаиләһе менән урынлаша, һәм уның улы Әжеғол исеме ауыл атамаһы булып китә[2].
2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 685 кеше йәшәй.[5]
Ауыл биләмәһендә мөғжизәле тәбиғәт байлығы: шыршы-аҡ шыршы ағаслыҡ участкаһы бар[2].
Ауылда 12 урам: Еңеүгә 30 йыл, Еңеүгә 40 йыл, Зинур Әхмәтов, Колхоз, Комсомолсы-Фронтовиктар, Урман, Туғай, Яр буйы, Таулыҡ, Яңы, Совет, Хеҙмәт урамдары[6]. Ауылда 1902 йылда нигеҙ һалынған [7][8] урта мәктәп бар[2]. Балалар баҡсаһы эшләй[9]. Мәсет тәрбиә эшенә өлөш индерә[2].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.