Әбсәләмов Мөслим Бәхтейәр улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Әбсәләмов Мөслим Бәхтейәр улы (12 июнь 1932 йыл — 5 июль 2009 йыл) — уҡытыусы, прозаик һәм публицист.
Мөслим Бәхтейәр улы Әбсәләмов | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Вафат булған көнө: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: | |
Жанр: |
проза, публицистика |
Биографияһы
- 1932 йылдың 12 июнендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы) Юлдыбай ауылында тыуған.
- 1952 йылда Орск ҡала уҡытыусылар институтын тамамлай.
- 1963 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
- 1952—1992 йылдарҙа Юлдыбай урта мәктәбе уҡытыусыһы.
- 1992 йылдан БР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- 2009 йылдың 5 июлендә Өфөлә вафат була, тыуған ауылында ерләнгән.
Ижады
70-се йылдарҙа әҙәбиәткә килә. «Тәүге бүләк» — Мөслим Әбсәләмовтың беренсе хикәйәләр йыйынтығы, 1976 йылда баҫылып сыға[1].
Яҙыусы-прозаиктың күп әҫәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һәм унан һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың Тыуған илгә, тыуған төйәккә һөйөү тойғоларын, шатлыҡ-ҡайғыларын, ниәт-теләктәрен, үҙ заманының ынтылышарын сағыу буяуҙар менән һүрәтләй. Тыл эшсәндәренең ҡара тир түгеп хеҙмәт итеүен, һуғыш заманының барса һынауҙарын иңендә татыған, иртә өлкәнәйгән үҫмерҙәрҙең яҙмышын күрһәтеп бирә. Геройҙарының патриот тойғоларын, юғары гражданлыҡ рухын халыҡсан һутлы тел менән, тормошсан итеп уҡыусыһына еткерә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1983)
Әҫәрҙәре
- Тәүге бүләк. Повестар, хикәйәләр — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1976 — 78 бит.
- Сонтор бала саҡ. Повесть. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1983—188 бит.
- Берләм һуҡмаҡтар. Хикәйәләр — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1989
- Үрҙәр. Повестар, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 1993—288 бит.
- Бөтә кешеләр ҙә бер туған. Әкиәт. — Өфө, Китап, 1993 — 20 бит.
- Башыңды юғары тот. Сатирик хикәйәләр. — Өфө, Китап, 1997.
- Тыуған илем, Ватаным. Әкиәт. — Өфө, Китап, 2002.
- Хәлфә. Роман — Өфө, Китап, 2004[2].
Хәтер
- Юлдыбай урта мәктәбендә мемориал таҡта ҡуйыла (2012 йыл)
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.