From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡоҙаҡаев Фәнил Шәмсетдин улы (10 февраль 1952 йыл) — журналистика ветераны, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), Ҡырмыҫҡалы районының Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияһы лауреаты (2008). Күгәрсен районының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2017), Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы (2017).
Фәнил Ҡоҙаҡаев | |
Ҡоҙаҡаев Фәнил Шәмсетдин улы | |
Тыуған көнө: |
10 февраль 1952 (72 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: | |
Ижад йылдары: |
1979 йылдан |
Жанр: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Дебют: |
«Несломленный дух Салавата» (2004) |
Премиялары: |
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премия (2008) |
Наградалары: |
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997) |
Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаев 1952 йылдың 10 февралендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Ҡырмыҫҡалы районы Малай ауылында Бөйөк Ватан һуғышының II төркөм инвалиды ғаиләһендә тыуған.
1970 йылда Өфөләге 1-се интернат-мәктәпте (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) тамамлағас, хеҙмәт эшмәкәрлеген ҡала торлаҡ идаралығының ремонт-төҙөлөш участкаһында балта оҫтаһы булып башлай.
1971—1973 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәренең Һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәрендә (рус теле|русса Войска Противовоздушной обороны) хәрби хеҙмәттә була. Запасҡа ҡайтарылғас, тағы ла бер аҙ балта оҫтаһы булып эшләп ала.
1973—1979 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының әҙерлек бүлегендә һәм филология факультетында уҡый.
1979 йылда Башҡорт АССР-ының Радио һәм телетапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының Башҡортостан радиоһында тәржемәсе булып эш башлай һәм 1995 йылға тиклемге арала мөхәррир, өлкән мөхәррир һәм радионың баш мөхәррире, шунан Башҡортостан телевидение студияһында баш мөхәррир һәм уның етәксеһе — Радиотелекомпанияның генераль директоры урынбаҫары була.
1995—1997 йылдарҙа Фәнил Ҡоҙаҡаев — Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры урынбаҫары.
1997—1998 йылдарҙа «Башҡортостан» Дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директорының беренсе урынбаҫары.
1998—2004 йылдарҙа тағы ла Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры урынбаҫары.
2004—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары, етәксе вазифаһын башҡарыусы булып эшләй.
2010—2013 йылдарҙа — «Тамаша» журналының баш мөхәррире.
2013—2019 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының рәйес урынбаҫары — яуаплы сәркәтибе.
Фәнил Ҡоҙаҡаев — Башҡорт дәүләт университетында уҡыу йылдарынан йәмәғәт эштәре менән әүҙем шөғөлләнә: факультеттың комсомол һәм профсоюз ойошмалары үткәргән барлыҡ сараларҙың уртаһында була, студент төҙөлөш отряды составында биш миҙгел эшләй, шуларҙың икеһендә отряд командиры вазифаһын башҡара, 1978 йылда «Башҡортостан» интернациональ төҙөлөш отряды менән ул ваҡыттағы ГДР-ҙың Галле округына барыу хоҡуғына әйә була. Уның студент йылдарындағы әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетытының Маҡтау грамотаһы менән баһаланған.
Артабанғы йәмәғәт вазифалары:
Фәнил Ҡоҙаҡаевтың журналистикаға ныҡлап ылығыуы Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыған йылдарына тура килә. Был осорҙа ул республика матбуғат баҫмаларына хәбәрҙәр яҙып тора. Артабан мәҡәләләре республика матбуғатында сыға. Ике документаль фильм сценарийы, бик күп радио-телеочерктар, тапшырыуҙар авторы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.