From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡашҡа (рус. Кашкино) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 843 кеше[1]. Почта индексы — 452892, ОКАТО коды — 80204819001.
Ауыл | |
Ҡашҡа Ҡашҡа | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 843 | 426 | 417 | 50,5 | 49,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Архив мәғлүмәттәре һәм электән йәшәгән төп боронғо ерле халыҡтар һөйләп ҡалдырыуынса, яҡынса 1640 йылдарҙа ауылға нигеҙ һалынған йыл булып иҫәпләнә. Ауылды тауҙар: Арҡатау, Нөгәртау, Ҡаршытау уратып алған. Ҡашҡа янынан Төй йылғаһы аға.
Ҡашҡа һүҙе был яҡтарҙа бик йыш осрай. Күрше Байгиш(хәҙер Әмир) ауылы кешеһе Ҡашҡа Кәримғолов (1814 йыл), Рәхмәтғол Кашкин(1791йыл)йәшәгәндәр. 1752 йылда суд эшендә шаһит булып Абдрахман Кашкин үткән(ЦГИА РБ ФОНД 108. Л.29). Ул беренсе күсеп килеүсенең улы йәки ейәне булыуы мөмкин.Ҡашҡа һүҙе төрлө һүҙтеҙмәләрҙә осрай, мәҫәлән, ғашҡатлькль(Ҡашҡа бәрән), ғашҡаат(ҡашҡа ат). Әгәр бәрән йәки аттың маңлайында аҡ таптары булһа, шулай атағандар.
Мөхәмәтша Буранғолов һәм Әнүәр Әсфәндиәровтың ҡайһы бер эштәрендә ҡашҡа һүҙе «батыр» мәғнәһендә бирелгән. Ә профессор Йәмил Ғиниәтович Кейекбаев эштәрендә был һүҙ " таҙа"мәғнәһендә.
Хәлил, Бағаҙы, Гөмбә, Яңы Сөйөш, Байғуш(Әмир), Урмияҙ, Иҫке Сарс, Ташлыкүл, Ҡашҡа менән бер юртаға ҡарағандар. Был ауылдарҙың башҡорттары 18 мең 998 дисәтинә ер биләгәндәр.
Төй йылғаһының түбәнге яғында Ыйыҡташ исемле тау бар. Боронғо төрки телендә ул Изге тау тигәнде аңлата. Халыҡ уны Хан тауы ла тип йөрөтә, сөнки эсендә бер нисә иркен бүлемдәре һәм залдары бар.
ХVIII быуат аҙаҡтарындағы ревизия мәғлүмәттәре буйынса, ауыл Сиреүбай (Сирюбаево) тип аталыуы билдәле.
Ҡашҡалылар балыҡсы улусы йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡандар.
1795 йылда ауылда 12 хужалыҡта 55 ир — ат һәм 60 ҡатын — ҡыҙ, 1812 йылда 22 хужалыҡта 83 ир — ат һәм 73 ҡатын — ҡыҙ йәшәгән.
1816 йылда ауылда яңы йәмиғ мәсете булған. 1792 йылғы Сиражетдин Абделкарамов указлы мулла булған(ЦГИА Фонд 138 ,опись 2, дело 557, стр. 504). 1895 йылда «башҡорт мәктәбе» булған. Мәсеттә имам- хатип Тажетдин Әсфәндиәров, ә мәҙрәсәлә Ғата Сөләймәнов эшләгән, ислам нигеҙҙәрен уҡытҡан.
Урам исеме[2]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.