From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡатыҡ (әзерб. qatıq, башҡ. ҡатыҡ, болг. катък, ҡаҙ. қатық, ҡырғ. катык, таж. қатиқ, татар. катык, төркм. gatyk, үзб. qatiq, уйғ. қатиқ) — әсетелгән һөттән эшләнгән эсемлек.
Айыртылмаған һөттө ҡайнатып, +40 °C тиклем һыуыталар, шунан өҫтөнә ойотҡо (һалҡын ҡатыҡ) ҡоялар. Йылы урында 6-8 сәғәттә әҙер була.
Ҡатыҡ(ойотҡан)— башҡорт халҡының төп һөт аҙыҡтарының береһе. Башҡорт халҡының тормошон малсылыҡтан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Һыйырлы көнөң -һыйлы" тигән мәҡәл тап шуны һөйләй ҙә. Һөт ризыҡтарын халыҡ ололап « аҡ» тип тә атай. "Аҡ"ты түгеү, әрәм-шәрәм итеү, тәләфләү -оло гонаһтарҙан һаналған һәм һанала. Ит-һөт ризыҡтары -башҡорттарҙың элек-электән төп ризыҡтары булған.Ә был продукттар тиҙ боҙола. Шуға ла, халыҡ быуаттар төпкөлөнән уларҙы һаҡлау серҙәрен, ысулдарын бөртөкләп йыйып килгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.